Унда Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындағы Тулы вәкаләтле вәкиле ҡушыуы буйынса Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов ҡатнашты.
Владимир Путин республикала яңы судьялар билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы: Юғары Суд судьяһы Ксения Вакилова, Баймаҡ район суды рәйесе Рамазан Усманов, Учалы район суды рәйесе Рәйлә Ғәликәева, Нефтекама ҡала суды рәйесе урынбаҫары Ольга Коровина, Октябрь ҡала суды рәйесе урынбаҫары Ольга Алексеева, Өфөнөң Совет район суды судьяһы Вадим Ғәлимйәнов.
Алексей Касьянов судьяларға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған профессиональ таныҡлыҡтарҙы тапшырҙы.
Фото: РИА Новости