“Эш менән үткән ғүмер – алтын ғүмер”, ти халыҡ мәҡәле. Үҙ эшен белеп башҡарған, һөнәренә тоғро ҡалған кешеләр үҙенә ҡарата һәр кемдең күңелендә хөрмәт тойғоһон уята. Һүҙебеҙ шундайҙарҙың береһе – бай хеҙмәт стажы туплаған, районда танылған шәхестәрҙең береһе - Рауил Рәхим улы Мөхәмәтшин тураһында.
Аҙнай ауылында 1928 йылдың һалҡын ғинуар айында Зәүзән менән Рәхим Мөхәмәтшиндарҙың ете балалы ғаиләһендә донъяға килә ул. Бала сағы матур осорға тура килә: Өйәҙе йылғаһының һыуында ҡойоноп, туған яҡта тиҫтерҙәре менән футбол уйнап үҫә.
- Атай-әсәйем ябай колхозсылар ине, үҙ ваҡытында бик күп ауырлыҡтарҙы кисергәндәр, шуға күрә мин ғаиләлә иң кесеһе булһам да, артыҡ иркәләмәнеләр. Әсәйем ифрат сабыр, бик уңған кеше ине, үкенескә күрә, иртә вафат булды. Атайым Рәхим Мөхәрәм улы беренсе көндәрҙән үк, Бөйөк Ватан һуғышына китә, ул Курс дуғаһындағы дәһшәтле алыштарҙа ҡатнашып, 1944 йылда ҡаты яраланып ҡайта, икенсе төркөм инвалиды ине. Улар беҙҙе, ете баланы, тормош юлында юғалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләнеләр. Йорт ҡура эштәре, бесән, утын әҙерләүҙәр—һәр бер ауыл малайының хеҙмәт тәрбиәһе. Мин иң кесеһе булһам да, иркә малай булып үҫмәнем, шуға ҡыуанам. Бәләкәйҙән үк апай-ағайҙарыма эйәреп, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып үҫтем. Тиҫтерҙәремдән ҡалышмай, 7-се кластан башлап ауылдағы АВМ-да эшләнем, совхоздағы башка эштәрҙә лә ҡатнаштым, - тип, бәхетле бала сағын иҫкә ала ул.
Рауил Аҙнай ауылы мәктәбенең 8-се класын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң, уҡыуын Дим урта мәктәбендә дауам итә. Ул уҡыу йылдарынан уҡ тәртип ярата, хеҙмәт һөйөүсән, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
Ватан алдындағы бурысын үтәр ваҡыты еткәс, уға ла повестка тотторалар. 1982 йылда биленә һалдат ҡайышы быуған егет Амур өлкәһендә ике йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан һалдаттың күкрәген I дәрәжә ”Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе биҙәй.
Рауил Мөхәмәтшин армияға ҡәҙәр Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумына уҡырға кергән була, әммә хәрби хезмәттә сынығып ҡайтҡан егеттең вузға кереү теләге көслө була һәм ул тиҙҙән Куйбышев ҡалаһындағы төҙөлөш институтының студенттар сафын тулыландыра. Ул бында сәнәғәт-гражданлыҡ төҙөлөшө белгеслеге буйынса белем ала.
- Студент йылдары әле булһа күңелдә йылы хәтирәләр булып һаҡлана. Кистән Аксаковала поездға ултыра инем дә, иртә менән уҡыу йортона бара инем. Уҡыуҙа ла һынатманым, йәйгеһен стройотрядтарҙа эшләп, тәжрибә лә тупланыҡ, студент өсөн аҡсаһы ла ярап ҡала ине. Кострома атом электростанцияһында йәй буйы эшләп, объектты сафҡа индереү өсөн ҙур көс һалдыҡ, ә бына диплом эшем Татарстандағы Камская Полянала атом электростанцияһын төҙөү менән бәйле булды, - тип, тормошондағы күңелле осорҙы иҫкә ала ул.
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Дим” совхозында инженер-төҙөүсе булып башлай. Төҙөүсе һөнәре ауыр булһа ла, изге, сөнки был шөғөл илде нығытыу, яңынан-яңы объекттар төҙөү менән бер рәттән, халыҡ тормошон еңеләйтеү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға бәйле бит. Тәбиғәттең ниндәй шарттарында ла төҙөлөш эштәре дауам итергә тейеш. Ысынлап та, был осорҙа юлдар ремонлана, фермалар һалына, эшселәргә фатирҙар төҙөлә.
1990 йылда, ғаиләһе менән Бишбүләктә йәшәргә күсенә. Студент йылдарында уҡ ойоштороу яғынан оҫта икәнен иҫбатлаған, һәр ваҡыт еңеп сығыуына ышанып эш иткән йәш белгескә “Башсельхозремонтстрой” ремонт-төҙөлөш участкаһы тресында эш тәҡдим итәләр. Рауил Рәхим улының был эше бик яуаплы, һәм шул уҡ ваҡытта тәжрибә, төплө белем талап итә. Бер аҙҙан ул мастер участка мастеры, артабан уны сәнәғәт-техник бүлеге (ПТО) инженеры итеп ҡуялар. Йәш етәксе эш барышында төрлө инициативалар, тәҡдимдәр менән дә сығыш яһай.
Эшендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән өсөн Рауил Рәхим улын тағы ла яуаплыраҡ эшкә – муниципаль район хакимиәтенең баш архитекторы итеп үрләтәләр. Ана шулай ябай инженер-төҙөүсенән начальникка ҡәҙәр үҫеш баҫҡысын үтә ул. Бында аның йәштән үк төгәллекте яратыуы, үҙенә ҡарата таләпсан булыуы ла мөһим роль уйнай торғандыр. Һәм инде бөгөнгө көнгә ҡәҙәр был яуаплы эште башҡара. Әлеге вазифала эшләгән осорҙа Рауил Рәхим улын хеҙмәттәштәре юғары һөнәри дәрәжәләге белгес, талапсан һәм оҫта етәксе булараҡ билдәләп үтә.
Бишбүләк ауылы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Урамдарыбыҙ төҙөкләнә, матурлана, зауыҡ менән төҙөлгән заманса объекттар арта. Һәм быларҙа, билдәле, райондың баш архитекторы Рауил Рәхим улының да өлөшө ҙур.
- Был осорҙа Кесе Мәнәүездә һәм Сухоречкала клуб, Ҡунаҡҡолда гараж һалынды, фермаларға капиталь ремонт үткәрелде. Бишбүләк ауылында ун фатирлы ике Президент йорто, 1-cе урта мәктәбе һалынды, “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, “Умка” балалар баҡсаһы, район үҙәк дауаханаһы сафҡа индерелде. Күп кенә бәләкәй төҙөлөш объекттары буласаҡ граждандар секторы – балалар уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Төньяҡ микрорайонындағы заманса Бишбүләк 3-сө мәктәбендә 320 бала уҡый. Район үҙәгендәге быуаны реконструкциялау дауам итә. План буйынса, йыл һайын район юлдары ремонтлана, һыуүткәргестәр, йылылыҡ торбалары алмаштырыла, Һуңғы ваҡытта төҙөлгән өс ҡатлы күпфатирлы йорт Новая урамына йәм биреп тора, әлеге мәлдә Пушкина урамында 36 фатирлы йорт төҙөлөп ята, ул быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ, - тип, эштәр барышы менән таныштыра ул.
Рауил Рәхим улының бер урында оҙаҡ йылдар эшләүе уның һөнәри оҫталығы, хеҙмәттәштәре араһында ныҡлы абруйы тураһында һөйләй. Бер үк ваҡытта уның кешелекле, ярҙамсыл булыуы бер кемгә лә сер түгел. Район күләмендә лә етди хәл-ваҡиғаларҙа уның һүҙе үтемле, уның хеҙмәтендә дә башҡарған роле баһалап бөткөһөҙ.
- Үтелгән йылдарға әйләнеп ҡарап, кем булып һәм ҡайҙа ғына эшләһәм дә, үҙем һайлаған һөнәрем өсөн үкенмәнем. Әлбиттә, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, етәксенең уңышы бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә таянып эште дөрөҫ йүнәлештә алып барыуҙа. Уңдым мин был йәһәттән дә, эш дәүерендә етди ҡарашлы, аңлап ҡараған етәкселәр менән эшләргә тура килде. Коллегаларым менән дә яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ, - ти, ул.
Бындай ҡатмарлы һәм яуаплы эштә яҡын кешеңдең таянысы һәм терәге мөһим. Рауил Рәхим улы өсөн бындай кеше – уның тормош иптәше Рәзилә Сәетгәрәй ҡыҙы - Бишбүләк үҙәк дауаханаһындә 40 йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләй. Изге һөнәр эйәһе булараҡ, үҙенең хеҙмәт итеү осоронда бик күп ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырған.
Студент йылдарынан уҡ яҙмыштарын бергә бәйләгән Рәзилә һәм Рауил Мөхәмәтшиндар ике ҡыҙ һәм бер ул тәбиәләп үҫтергән. Бөгөнгө көндә балалары үҙаллы йәшәй: улар өсөһө лә Өфө ҡалаһында төпләнгән. Оло ҡыҙҙары Элиза ике юғары белемгә эйә: юрист һәм иҡтисадсы һөнәрҙәрен алған, улдары Рафаэль иһә, атаһы юлынан китә, Һамар төҙөлөш университетын тамамлап, бөгөнгө көндә билдәле проектлаусы ойошмала баш инженер булып эшләй, иң кеселәре Гөлназ - Башҡорт дәүләт нефть-техник университетының төҙөлөш факультетының 4-се курс студенты.
Тыныс, бәрәкәтле тормош өсөн, әлбиттә бик күп көс һалырға тура килә Мөхәмәтшиндарға. Башта, күпселек йәш ғаиләләр кеүек, Дим ауылында ҡунаҡханала йәшәйҙәр, шунан һуң Бишбүләккә күсенгәс, йорт һала башлайҙар. Төҙөлөш эшенең барлыҡ нескәлектәрен белгән хужа кеше йорттарында барлыҡ уңайлыҡтарҙы үҙ ҡулдары менән булдырған. Әлбиттә, бында туғандарының да ярҙамы ҙур була.
Рауил Мөхәмәтшиндың хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмаған. Район хәкимиәтендә уны Маҡтау Грамоталары билдәләп, юғары баһалағандар. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Мактау Грамотаһы (2014) һәм Рәхмәт хаты (2023) менән бүләкләнә.
Ошо көндәрҙә Рауил Рәхим улы үҙенең күркәм ғүмер байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай, ҡотлауҙар ҡабул итә. Беҙ ҙә уларға ҡушылабыҙ, юбилярҙың ғүмере артабан да күркәм ваҡиғаларға бай булһын, сәләмәтлек һәм күңел күтәренкелеге оҙаҡ йылдар уны оҙата барһын.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.