Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
2 Февраль 2024, 03:49

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр

Дим урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусылары һәм мәктәп китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә семинар уҙғарылды 

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәрТуған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр

Килгән делегаттарҙы мәктәп уҡыусылары шиғри күстәнәс менән ҡаршы алды. Артабан китапханасылар - бер бүлмәгә, ә педагогтар башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына йыйылды.

Семинар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу грамоталылығын үҫтереү буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу, уны таратыу, фекер алышыу маҡсатынан ойошторолдо. 

Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова утыҙ йылдан ашыу балаларҙы белем тауына етәкләй. Тәжрибәле педагог әйтеүенсә, белем усағында башҡорт телен 70-ләп бала туған теле булараҡ өйрәнә. Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән хеҙмәттәштәре алдында ул 2-се класс уҡыусыларына башҡорт теленән “Йорт хайуандары” тигән тема буйынса асыҡ дәрес үткәрҙе.

Дәрес “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән башланып китте. Раушания Салауат ҡыҙы дәресте сәйәхәт формаһында алып барҙы, беренсе туҡталышта “Йорт хайуандары”, “Тиҙәйткестәр”, “Ҡағиҙәләр донъяһында”, “Йомаҡтар донъяһында” һ.б. Уҡыусылар әүҙем ҡатнашты, һорауҙарға ҡул күтәреп яуап бирҙе.

Дәрес барышында малай һәм ҡыҙҙар өсөн ял минуттары ла ойошторолдо, улар тел шымартыу күнекмәләре лә эшләнеләр, йорт хайуандары тураһында ятлаған шиғырҙарын да тасуири итеп һөйләнеләр.

Осрашыу аҙағында дәрескә анализ яһалды, һәммәһен дә иғтибар менән ҡарап ултырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Э.М. Мөхтәсимова, Г.Р. Ғәзизова, И.Р. Кинйәбаева асыҡ дәрескә ыңғай баһа биреп, үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Артабан туған телдәр буйынса район мәғариф бүлегенең методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Фәйрушина республика кимәлендәге олимпиада һөҙөмтәләре тураһында әйтеп үтте, еңеүгә ирешкән уҡыусыларҙы телгә алды. Шулай уҡ 2023-2024 уҡыу йылына туған телдәр буйынса мәғариф бүлегенең эш пландары буйынса фекер алышыу булды.

Был көндә педагогтар һәм китапханасылар тыуған яҡты өйрәнеүсе В.А.Чернов етәкләгән музейҙа ла булды, шулай уҡ «Беҙҙең татыу ғаилә» дип исемләнгән дәрестән тыш сара ҡунаҡтарҙың күңелендә йылы хистәр ҡалдырҙы.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас