Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
4 Февраль 2024, 06:13

Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?

Украинаkа конфликттың ҡасан бөтөүе, яңы пандемия һәм яңы конфликттар тураһында “KazanFirst” интервьюһында «Битва экстрасенсов» ҡатнашыусыһы һөйләгән.  

Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?
Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?

Күрәҙәсе Анатолий Емельянов әйтеүенсә, теләсә нинди конфликт һәр ваҡыт һөйләшеүҙәр менән тамамлана, әммә был 2025 йылдан да иртәрәк булмаясаҡ", – тип белдерә Емельянов.

Шулай уҡ ул Джо Байдендың икенсе срок аҙағына ҡәҙәр йәшәмәйәсәген, ә бына Александр Лукашенко Беларусь Президенты вазифаһынан китергә мөмкин, тип ышандыра.

Әзербайжан менән Әрмәнстан араһындағы конфликт та оҙаҡ дауам итәсәк, тип тә белдерә күрәҙәсе.
– Тайвань менән Ҡытай араһында ҙур конфликт буласаҡ, - ти ул.

Емельяненко коронавирустың бер ҡайҙа ла китмәйәсәген, уның башҡа төрҙәре барлыҡҡа киләсәген дә әйтә. Уға ышанһаҡ, кешелеккә, шулай уҡ, Африканан йәки Азиянан киләсәк яңы йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы ла бар.

Ә бына беҙҙең илдә әле хаҡтар артыуын дауам итәсәк, ти.
Бына шулай. Ышанһағыҙ - ышанығыҙ. Ә иң яҡшыһы — барыһы ла һәйбәт буласағына ышаныу!

Фото: “dzen.ru”

https://kiziltan.ru

Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?
Көткән тыныслыҡ тиҙ булырмы?
Автор:
Читайте нас