Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
5 Февраль 2024, 05:07

Ярыш сәмле барҙы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Шишмә районында уҙғарған хоккей турнирында бишбүләктәр ҙә ҡатнашты. 

Ярыш сәмле барҙыЯрыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолған саралар районда киң таралыу ала. Уға арналған байрам Шишмә районының Түбәнге  Хәжәт ауылында ла үтте. 

3 февралдә Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған сарала 50 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар  ҡатнашты. Хоккей - ысын ирҙәр уйыны, тиһәләр ҙә, һуңғы йылдарҙа ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла популярлыҡ яулай. Был көндә лә улар быйма кейеп, хоккей уйнау өсөн боҙ майҙансығына сыҡты. Благовар, Бишбүләк Шишмә, Өфө районы командалары үҙ-ара көс һынашты. Михайловка ауыл Советының "Етеҙ быймалар" командаһы сағыу формалары менән айырылып тора ине. Әйтергә кәрәк, уйын көсөргәнешле, бик шәп тиҙлектә, мауыҡтырғыс булды. Беренсе урынға уйын хужалары - Шишмәләр сыҡһа, Бишбүләктәр Благовар командаһы менән көс һынашып, 2-се урын алды.   «Уңғандар» (Благовар) 2-cе һәм «Нурлылар» (Өфө районы) 3-cө урын менән билдәләнде.

Был сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Шишмә районы хәкимиәте башлығы Ильнур Фауғәт улы Үрәзмәтов, Башкортостан Республикаһы Ҡоролтай Дәүләт Йыйылышы Шамил Римзил улы Вәлиев,  Мең-ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов һ.б. Барлыҡ еңеүселәргә лә "Мең ырыуы" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

Был көндә майҙан шат тауыштарҙан яңғырап торҙо, ҡулдарында төрлө дәртләндереүсе әйберҙәр тотҡан көйәрмәндәрҙең дәртләндереү ауаздары,  күңелле көй-моңдар тирә-яҡҡа таралды. Ҡыҫҡаһы, спорт һөйөүселәрҙе берләштергән, сәләмәт тормошҡа әйҙәгән саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.  

 

Ярыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы
Ярыш сәмле барҙы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас