Синоптиктар әйтеүенсә, бөгөн бер аҙ ҡар яуасаҡ, ул епшек ҡарға әйләнәсәк, урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сыбыҡтарға һәм ағастарға епшек ҡар ятасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын иҫәсәк. Көндөҙ һауа температураһы +2, -3 градус тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 7нче февралдә, епшек ҡар яуыуы, урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ Башҡортостандың көньяғында буран сығасаҡ. Юлдарҙа ҡар ятыуы, ҡар өйөмдәре, боҙлауыҡ. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа күсеүсән. Көндөҙ көньяҡта көслө ел сығыуы ихтимал. Төндә һәм көндөҙ һауа температураһы -1, -6 градус буласаҡ.
Кесе аҙна, 8-се февралдә, ҡар яуыуы, көньяҡта көслө ҡар яуасаҡ, төндә урыны менән буран булыр тип фараз ителә. Юлдарҙа ҡар өйөмдәре хасил буласаҡ, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан,төндә урыны менән көслө ел сыға. Һауа температураһы төндә -10, -15, көндөҙ -5, -10 градус булыуы көтөлә.
Башинформ.