Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Февраль 2024, 06:33

Ниндәй сәй эсергә яратаһығыҙ

Каркаде сәйе иммунитетты күтәрә, һалҡын тейеүҙән һаҡлай  

Ниндәй сәй эсергә яратаһығыҙНиндәй сәй эсергә яратаһығыҙ
Ниндәй сәй эсергә яратаһығыҙ

Үҫемлектең ҡыҙыл төҫ биреүсе матдәһе антициан тип атала һәм ул ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Каркаде сәйе һалҡын тейеүҙән һаҡлай, ашҡаҙан эшсәнлеген яҡшырта, температураны төшөрөргә ярҙам итә. Шулай уҡ, организмдан токсиндар һәм шлактарҙы сығарыуҙа ла уның файҙаһы ҙур.

Япрағында булған антиоксиданттар яман шеш менән көрәшергә ярҙам итә һәм, ғөмүмән, был сиргә ҡаршы көслө профилактик сара булып тора. Даими ҡулланғанда ул күреү һәләтен дә яҡшырта.

Каркадела булған кәрәкле витаминдар һәм микроэлементтар баш мейен эшләтеп ебәрә һәм тап бына шуға күрә уны аҡыл эше ваҡытында йышыраҡ эсергә кәңәш ителә.

Был эсемлек ҡыҙыҡлы үҙенсәлеккә эйә: сәй ҡайнар һәм һалҡын килеш организмға төрлөсә тәьҫир итә. Ҡайнар каркада сәйе ҡан баҫымын күтәрә, энергия бирә, активлаштыра, ә һалҡыны, киреһенсә, ҡан баҫымын төшөрә һәм тынысландыра.

Фото: ld7.ru

 https://omet-rb.

 
Ниндәй сәй эсергә яратаһығыҙ
Ниндәй сәй эсергә яратаһығыҙ
Автор:
Читайте нас