Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль , 15:04

Пар һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға

Кәрим ауылында йәшәүсе Наилә һәм Ринат Ғимазетдиновтарҙы гәүһәр туйҙары менән тәбрикләнеләр

Пар  һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға
Пар һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға

Оҙаҡ йылдар буйы ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән ғаиләләр һоҡланыу уята. Шуларҙың береһе, Ғимазетдиновтар ғаиләһе Айыт ауыл Советына ҡараған Кәрим ауылында йәшәй. Ошо көндәрҙә 60 йыл иңгә-иң ҡуйып, шатлыҡтарын да, көйөнөстәрен дә уртаҡлашып йәшәүсе юбилярҙарҙы ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләне.

Бәхетле парҙы гәүһәр туйҙары менән ҡотлап, ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Айыт ауылының китапханасыһы Альбина Ғәтиәтуллина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгөл Ғәлиева ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙе.  

Ғаилә башлығы Ринат ағай һәм хәләл ефете Наилә апай ғүмерҙәре буйына төйәгендә хеҙмәт иткән. Йорт хужаһы Айыт кирбес заводында, ә ҡатыны колхозда төрлө эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ғимазетдиновтар бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уны үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, тырыш итеп тәбиәләп үҫтергән. Хәҙер улар ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә.

Беҙ ҙә, күптәргә үрнәк булырҙай ғаилә парын оло байрамдары менән ҡотлап, уларға оҙайлы ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ!

https://vk.com/club87644771

Пар  һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға
Пар  һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға
Пар һуҡмаҡтан – гәүһәр туйға
Автор:
Читайте нас: