Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Февраль 2024, 04:31

Пицца бешерәйек әле

Диаметры 30-ар см булған 3 пицца өсөн: 

Пицца бешерәйек әлеПицца бешерәйек әле
Пицца бешерәйек әле

1 шәр стакан (һөт+һыу)
1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо
1 ҡалаҡ тоҙ
5-7 ҡалаҡ зәйтун майы,
1 аш ҡалағы ҡоро супрә
Самалап он һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы яҡынса 2 тапҡыр артҡансы ҡабартып алырға. Артабан өс өлөшкә булеп, 10 минут ял иттерергә. Түңәрәк йәйемдәр йәйергә, ҡул менән генә йәйһәң, ҡырыйҙары тағын да ҡабарып, матур булып бешә.

Эслеккә әллә ни куп төрле ризыҡ ҡушылмай.
Колбаса йәки бер аҙ тауыҡ ите (түш ите) .
Тоҙлаған ҡыяр, маслины, помидор, (теләк буйынса татлы борос та һалырға мөмкин). Өҫтөнә сыр ҡырып һалырға. 

180 -200 гралус эҫелектәге духовкаға ҡуйырға. Ҡыҙған мейестә сыры эреп, ҡамырҙың йөҙө килгәнсе бешерергә.

https://vk.com/club123805055

 

Пицца бешерәйек әле
Пицца бешерәйек әле
Автор:
Читайте нас