Башҡортостан Төркиәгә 88 тонна аҙыҡ борсағы ебәрҙе. Мәләүез районында әҙерләнгән дүрт партия ҡуҙаҡлы ризыҡтың сифатын “Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығы тикшерҙе.
Эш һөҙөмтәһе буйынса хәүефле карантин органиизмдары табылмаған, бөтә продукция Төркиә ҡуйған талаптарға яуап бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылда Башҡортостан иген һәм унан әҙерләнгән продукттарҙы экспортлау күләмен ике тапҡырҙан ашыуға арттырҙы. Яҡын һәм алыҫ илдәргә тауар ебәреү 130 процентҡа тиерлек арттырылған.
“Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшмәкәрлек” милли проект маҡсаты “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Башинформ”.