Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
6 Февраль 2024, 07:46

Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...

"Яралылар ҙа, башҡа сирлеләр ҙә күп килә. Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай",  -   ти Ҡариҙел районынан "Луна" позывнойлы шәфҡәт туташы.

Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...
Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел тип әйтһәләр ҙә, илебеҙҙең барлыҡ яуҙарында ла гүзәл заттар еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә ошондай ҡатын-ҡыҙҙар бар. Шуларҙың береһе – Ҡариҙел районынан “Луна” позывнойын, алған шәфҡәт туташы. Яңыраҡ “Луна” ялға ҡайтып китте. Шул саҡта беҙгә уның менән осрашыу насип итте.

– Ни өсөн “Луна” позывнойын алдығыҙ?

– Минең позывной махсус хәрби операцияға йыйынған саҡта хәрби комиссариатта уҡ барлыҡҡа килде. Тәүҙә “Солнце” булырмын тип уйлағайным, тик уны оҙон исем тинеләр. Шуға ла “Луна” булырға ҡарар иттем. Әммә минең командирҙар: “Һин беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡояш булып тораһың”, – ти. Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә рәхәт булып китә. Ә былай халыҡта “Луна” булып йөрөйөм.

Әле фронтта яра бәйләү взводының өлкән операция шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итәм. Махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклем “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә фельдшер булып эшләнем.

– Үҙегеҙ теләп махсус хәрби операция биләмәһенә юлландығыҙмы?

– Мин инде икенсе йыл хеҙмәт итәм. Тәүҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша унда командировкала булып ҡайттым. Былтыр апрелдә Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр. Ундағы хәлде белгәс, ризалаштым. Миңә унда эшләү оҡшай, үҙ эшемде яратам. Әлбиттә, махсус хәрби операцияла икенсе шарттарҙа эшләргә тура килә – егеттәргә ярҙам итәбеҙ, яралыларҙы үлемдән ҡотҡарабыҙ.

– Унда республиканың ярҙамын тояһығыҙмы?

– Беҙҙең эштә гуманитар ярҙам ҙур терәк булып тора. Башҡортостан халҡы, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров, шулай уҡ Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин беҙҙең – “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы, Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы һорауҙарына һәр саҡ иғтибарлы.

Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһынан “Оберег” клубы ҡыҙҙарына, Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге “Үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләйбеҙ” ирекмәндәр штабы госпиталгә талап ителгән барлыҡ әйберҙәрҙе ебәреп тора, шуға ла уларҙы айырыуса билдәләп үтергә теләйем. Ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт. Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, ихлас яратабыҙ.

– Медицина ротаһының эше нисек ойошторолған?

– Унда 500 кешегә тәғәйенләнгән ҙур госпиталь асылды. Яралылар ҙа, башҡа сирлеләр ҙә күп килә. Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Беҙ, медицина ротаһы булараҡ, теүәл, яйға һалынған тәртиптә эшләйбеҙ, һәр кем үҙ бурысын яҡшы белә. Медицина ротаһында тик Башҡортостандан медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ул беҙҙең “Башҡортостан” полкы өсөн булдырылған һәм уның яугирҙәрен хеҙмәтләндерә. Ошондай исемле рота Рәсәйҙә берәү генә. Әлбиттә, беҙҙең госпиталдә яҡташтарыбыҙ ғына дауаланмай, шулай уҡ төрлө урындарҙан килгән барлыҡ яугирҙәргә ярҙам күрһәтәбеҙ. Төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә, әммә беҙ бөтәһенә лә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтергә тырышабыҙ.

– Һеҙҙең махсус хәрби операцияға барырға тигән йыйыныуығыҙҙы ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте?

– Улым: “Әгәр һинең башыңа берәй уй килһә, унан баш тартыу тураһында өгөтләү урынһыҙ”, – тине. Миңә 49 йәш. Балаларым үҫкән, үҙаллылар. Ирем Өфөлә нефть етештереү тармағында эшләй. Ул да ҡарарымды үҙгәртмәйәсәгемде яҡшы белә, шуға ла бәхәсләшеп торманы.

Минең уйлауымса, һәр кеше тормошта үҙ урынын табырға, аныҡ ҡарар ҡабул итергә тейеш. Әгәр ҙә башҡаларға ярҙам иткең килә икән, хәрби комиссариатҡа барырға кәрәк, унда ентекләп аңлатасаҡтар. 

Бөтәһе лә яҡшы булыр, донъялар тынысланыр, тип уйлайым. Барыһына ла бәхет, һаулыҡ теләйем. Еңеү беҙҙеке буласаҡ! 

Илһөйәрлек хистәре һәр саҡ өҫкә сыға, тип уйлайым. Шуға күрә лә ошондай хәүефле мәлдә һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Айҙар ШӘЙҘУЛЛИН, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы:

– Ғәжәп кеше, яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән шәфҡәт туташы тураһында һөйләргә теләйем. “Луна” – ысын батыр, күп кенә яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарған медицина ротаһы шәфҡәт туташы. Ул, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, бер нисә тапҡыр кешеләрҙе уттан һәм һыуҙан сығара. Бик нескә ҡатын, әммә көслө рухлы.

Беҙ барған госпиталдә “Луна” үҙенең изге эшен алып бара. Ул яралы һәм ауырыу яугирҙәрҙе ҡарай, профессиональ кимәлдә дауалай һәм күңелдәрен йыуата. Уны күргәс, ни өсөн “Луна” ҡушаматы алыуы аңлашыла – ул һәр яугир өсөн яҡтылыҡ, өмөт һәм ярҙам нуры булып тора.

Уның батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо һоҡланыу тыуҙыра. Ул пациенттарының хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Иңендә ҙур яуаплылыҡ ятһа ла, “Луна” бер ҡасан да бирешмәй һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Ул – ысын батыр, уның изге эштәре үҙе ярҙам иткән, үлемдән ҡотҡарған һалдаттарҙың хәтерендә мәңге һаҡланыр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. 

Рәмилә МУСИНА,

Автор фотоһы.

https://bashgazet.ru
Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...
Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә...
Автор:
Читайте нас