Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль , 21:12

Ваҡыттың ҡәҙерен беләләр

Ирле-ҡатынлы Айгөл Әхмәҙишина менән Илнур Нәфиҡовтарҙың йорттарында ғаилә бәхете hәм именлеге хөкөм һөрә

Ваҡыттың ҡәҙерен беләләр
Ваҡыттың ҡәҙерен беләләр

Рәсәй Федерацияһы Президенты быйылғы йылды Ғаилә йылы, тип иғлан итте. Беҙҙең районда  хөрмәткә лайыҡлы, актив, ижади, спорт һөйөүсе ғаиләләр күп.
Айыт ауылынан Айгөл Әхмeдишина һәм Илнур Нафыйҡовтың ғаиләһен ҙур ышаныс менән бәхетле, тип атарга була. Улар бар эштәрен дә кеше күрһен, тип башҡармай, ә ябай тормош менән йәшәй. Улар ике спортсы ул тәрбиәләй.

Икеһе лә Айыт ауылында тыуып үҫкән, шунда уҡ урта мәктәпте тамамлағаннар. Айгөл менән Илнур бер урамда үҫкән, хатта кyршеләр булған. 2018 йылда яҙмыштарын бергә бәйләргә булалар hәм традицион никахлашыу йолаһын үткәрәләр. Айгөл инде етенсе йыл Бишбүләк ауылының мәшғүллек үҙәгендә икенсе категориялы инспектор булып эшләй. Ире Илнур — шофер, вахта ысулы менән эшләй. Ир белeн ҡатын мөмкин тиклем күберәк ваҡыттарын ғаиләләре менән үткәрергә тырыша. Былар — саф hауала йөрөү, ҡунаҡҡа барыу, туған көндәрҙе hәм иҫтәлекле даталарҙы байрам итеү — барыһы ла бергә эшләнә.

Ғаилә башлығының әлегe хоббиға ваҡыты етмәһә, Айгөлдөң ул бер йыл элек барлыҡҡа килгән. Эштән буш ваҡытында ул Айыт ауылының «Балҡыш» хореография
ансамблендә шөғөлләнә. Ижади коллектив менән бергә төрлө район конкурстарында, концерттарында ҡатнаша.Ир менән ҡатын бәхеттәрен балаларында, уларҙың  бәхетле бала сағында, ҙур булмаһа ла, әммә әһәмиәтле уңыштарында hәм ҡаҙаныштарында күрәләр. Оло улдары Илhамга 16 йәш. Бала саҡтан уҡ ул спорт менән
шөғөлләнә, Айыт ауылының «Илдар Ғимаев» хоккей командаһында уйнай. Әле ул Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау hәм электрлаштырыу колледжының беренсе курс студенты. Бәләбәй ҡалаһында ла яҡшы укырға hәм спорт менән шөғөлләнергә өлгөрә.
Кесе улдары Ильяс Айыт урта мәктәбенең 6 класында уҡый. Мәктәптә яҡшы уҡыуҙан тыш, Ильяс «Илдар Ғимаев» хоккей командаһында шөғөлләнә. Ул да, ағаһы кеүек үк, командала ҡапҡасы  булып тора.
Айгөл менән Илнур балаларын ихтирамлы ғаилә мөнәсәбәтендә тәрбиәләйҙәр, унда барыһы ла үҙ-ара  аңлашып, туғандары hәм яҡындары тураһында ҡайғыртыу тойоп йәшәйҙәр. Уларҙың яҡты hәм уңайлы йорттарында бәхет хөкөм итә. Ғаилә ояһы сәскәләр менән тулы, сөнки Айгөл гөлдәрен  бик ярата. Yҙҙәренең шатлыҡтары hәм мәшәҡәттәре менән йәшәүсе, бер-береһен, тормошто яратҡан, бергә үткәргән hәр минуттың ҡәҙерен  белгән ғәҙәти ғаилә.

Наилә СӘБӘХОВА.
Фото ғаилә архивынан.

 

Ваҡыттың ҡәҙерен беләләр
Ваҡыттың ҡәҙерен беләләр
Автор:
Читайте нас: