Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 08:22

Өфөләге вуз-ара кампус – Рәсәй күләмендә тәүге “Аҡыллы студенттар ҡаласығы”

Өфөләге вуз-ара кампус проектында ҡулланылған һанлы ҡарарҙар кампустарҙы һанлаштырыу стандартына нигеҙ булыуы ихтимал. 

Өфөләге вуз-ара кампус – Рәсәй күләмендә тәүге “Аҡыллы студенттар ҡаласығы”
Өфөләге вуз-ара кампус – Рәсәй күләмендә тәүге “Аҡыллы студенттар ҡаласығы”

Өфөләге вуз-ара кампус проектында ҡулланылған һанлы ҡарарҙар кампустарҙы һанлаштырыу стандартына нигеҙ булыуы ихтимал. Sitronics Group компанияһы, “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, кампустың беренсе сиратын һанлы сервистар менән тәьмин итте.

Программаны тормошҡа ашырыу БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы етәкселегендәге эшсе төркөм ярҙамы менән башҡарылды.

- Башҡортостан Хөкүмәте студенттар кампусындағы уҡыу һәм эш барышы һанлы инфраструктураның заманса сифат стандарттарына яуап бирһен өсөн барыһын да эшләй. Тыуған ил – “Әлифба”нан, театр – кейем элгестән, вуз – БДИ-нан башланған кеүек, Башҡортостан кампусы студенттар ҡаласығы биналарын һанлаштырыуҙан һәм уҡыусыларҙың үҫеш һәм белем алыу мөхитен “аҡыллы” итеүҙән башлана, - тип билдәләне БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Белешмә өсөн: Кампус төҙөлөшө РФ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-фәнни комплексы, лабораториялары, эшлекле биләмәләре, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мүхитеобъекттары булған студенттар киңлеге. Улар менән Өфө халҡы ла, баш ҡала ҡунаҡтары ла файҙалана ала.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Өфөләге вуз-ара кампус – Рәсәй күләмендә тәүге “Аҡыллы студенттар ҡаласығы”
Өфөләге вуз-ара кампус – Рәсәй күләмендә тәүге “Аҡыллы студенттар ҡаласығы”
Автор:
Читайте нас: