Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 10:56

Геройҙар онотолмай!

Бишбүләк 3-cө урта мәктәбендә Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан класс сәғәте уҙғарылды

Геройҙар онотолмай!
Геройҙар онотолмай!

Башҡорт ҡаһарманы Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов (Александр Матвеевич Матросов) аяныслы ла, серле лә яҙмышы менән билдәле. 4-cе а класы уҡыусыларын директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Кудряшова О.К геройҙың биографияһы менән таныштырҙы, геройҙың немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшеп, аяуһыҙ алышта батырҙарса һәләк булыуын һөйләне. 

Ул 1924 йылдың 5 февралендә Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Әсәһе иртә мәрхүм булып, инвалид атаһы ҡулында ҡала һәм балалар йортонда тәрбиәләнә. Ульянов өлкәһенә ебәрелгәс, документҡа Александр Матросов исеме менән яҙыла. Быға башкирёнок тип үсекләүҙәре лә сәбәп булып торған икән.

Совет Армияһына 1942 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһының Киров районы военкоматы тарафынан саҡырыла. Шакирйән тәүҙә Краснохолмск хәрби пехота училищеһына ебәрелә, ә 1942 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән Калинин фронтына китә.

Уҡсы-автоматсы рядовой Александр Матросов 1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың нығытылған участкаһына һөжүм иткәндә ҡыҙылармеец үҙ кәүҙәһе менән амбразураны яба.

Шакирйән Бөйөк Луки ҡалаһында ерләнә. Уға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Геройҙың батырлығы тиҫтәләгән китаптарҙа, фильмдарҙа, монументтарҙа һәм обелисктарҙа һүрәтләнә. Унан һуң 360 һалдат ошо батырлыҡты ҡабатлай. Ә Рәүеф Насыровтың “Ҡайҙан һин, Матросов?” китабы – күп йыллыҡ эҙләнеү эштәре һөҙөмтәһе ул. Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында геройға бюст ҡуйылды, 1992 йылда музей асылды. Онотмайбыҙ һине, һалдат!

Бишбүләк 3-cө урта мәктәбе сайтынан алынды. 

 

Геройҙар онотолмай!
Геройҙар онотолмай!
Геройҙар онотолмай!
Геройҙар онотолмай!
Автор:
Читайте нас: