Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль , 09:47

Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә – сертификат

“Бөтә ғаилә менән” проекты Рәсәйҙә йәшәгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн яңы конкурс башланы. 

Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә – сертификат
Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә – сертификат

“Бөтә ғаилә менән” проекты Рәсәйҙә йәшәгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн яңы конкурс башланы.

Шарты – бөтә ғаилә менән буш ваҡытты нисек үткәреү хыялын махсус бланктың (бына ошо файликта: https://vk.cc/cuko8l ) аҡ өлөшөнә һүрәтләү. Рәсемдең эстәлеге ни тиклем бай булһа, шул тиклем яҡшыраҡ! Шунан, һүрәтте фотоға төшөрөп, түбәндәге һылтанма буйынса https://vk.com/topic-223569207_49757278 комментарийҙарҙа урынлаштырырға.

Һүрәттәр конкурсында хәҙерҙән үк ҡатнашығыҙ. 27 февралдә ойоштороусылар Балалар донъяһына ғаилә өсөн фаҙалы әйберҙә алыуға 50 сертификат уйната.

Һүрәттәр конкурсында ғаилә проектында теркәлеүселәр генә еңеүгә өлгәшә ала. Шуға  https://vk.cc/cu1zjD һылтанмаһы аша үтеп теркәлергә кәрәк. 

https://bashkizi.ru

Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә – сертификат
Һүрәттәр конкурсында еңеүселәргә – сертификат
Автор:
Читайте нас: