Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль , 15:39

Витаминлы ҡатнашма

Амосов пастаһы сәләмәтлекте нығыта

Витаминлы ҡатнашма
Витаминлы ҡатнашма

Кардиохирург Николай Амосов сәләмәтлекте һаҡлау өсөн хәрәкәтләнергә, артыҡ ашамаҫҡа һәм көн дә витаминлы ҡатнашма ҡулланырға ҡушҡан. Витаминлы ҡатнашма хәҙер Амосов пастаһы тип тә йөрөтөлә. Уны белгән һәм ҡулланған кешеләр әҙ түгел, рецебы ла билдәле, шулай ҙа иҫкә төшөрөү зыян итмәҫ.
Алабыҙ:
250 г күрәгә (матурына, эреһенә ҡыҙыҡмағыҙ, химияһыҙ тәбиғи күрәгә булһын);
250 г ҡара емеш;
250 г әстерхан (грек) сәтләүеге;
250 г инжир (элек был рецепта инжир булмай торғайны, уны һуңғы йылдарҙа ҡушалар, әммә бик файҙалы емеш, файҙанан башҡа бер зыяны ла теймәҫ);
250 г ҡара йөҙөм (тосһоҙ);
1 лимон;
250 г бал.
Ҡоро емештәрҙе бер нисә минутҡа һыуға һалып ебетергә, шунан ит турағыстан йә блендерҙа ваҡларға, лимонды йыуып, тостарын алып, тышы менән бергә үткәрергә; бөтәһен бер табаҡҡа һалып, бал ҡушып яҡшылап болғатырға. Тәмле, файҙалы ризыҡ әҙер.
Дауа сифатында пастаны ас ҡарынға көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ашарға тәҡдим ителә. Балаларға 1-әр балғалаҡ етә.
Кәнфит, торт-маҙарға алмашҡа ла яҡшы.
Әммә һәр дауа сараһын ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшергә кәрәк тигән иҫкәртеү ҙә бар.

https://vk.com/public202023626

Витаминлы ҡатнашма
Витаминлы ҡатнашма
Автор:
Читайте нас: