Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль , 10:54

Күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды

Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйҙы. 

Күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды
Күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды

Яңы документ буйынса, 3 һәм унан күберәк балалы ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Бындай ғаиләләр берҙәм федераль өлгөләге таныҡлыҡ аласаҡ.

Ғаилә социаль ярҙам сараларын өлкән балаға 18 йәш йәки, көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 23 йәш тулғансы алырға мөмкин.

Указ:
- бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле дәүләт пособиеларын һәм түләүҙәрен;
- хеҙмәт өлкәһендә ярҙам сараларын;
- күп балалы әсәнең ваҡытынан алда пенсияға сығыуын;
- күп балалы ата-әсәгә һөнәри белем биреүҙе;
- йәшәү урынына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт учреждениеларына һәм парктарға республика билдәләгән тәртиптә бушлай йөрөүҙе гарантиялай.

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләре йәһәтенән йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау учреждениеларына һәм Күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

 

Күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды
Күп балалы ғаиләләр берҙәм социаль статус алды
Автор:
Читайте нас в