Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 14:20

Һалдатҡа - хат

Йәш армиясылар "Һалдатҡа - хат" акцияһына ҡушылды

Һалдатҡа - хат
Һалдатҡа - хат

«Һалдатҡа хат» акцияһы Рәсәйҙә 2017 йылдан уҙғарыла. Уның инициаторҙары --Рәсәй Федерацияһының балалар хоҡуҡтарын яҡлау уполномоченныйы һәм «Юнармия» хәрби-патриотик ойошмаһы. 

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең Йәш армиясылары хәрби-патриотик акцияға ҡушылды. Улар Бикҡол ауыл Советының Йәштәр эше буйынса белгесе Рәйлә Садрова ярҙамында хат яҙҙы. 

“һалдатҡа хат” акцияһына ҡушылған һәр уҡыусы илһөйәрлек тойғоһо кисерҙе, еңел булмаған һалдат тормошон күҙ алдына килтереп, улар өсөн ғорурланды. Тағы ла шуныһы: хәҙерге ваҡытта хат яҙыу нимә икәнен дә белмәгән балалар өсөн был үҙе бер һынау булды. Шулай ҙа, һәр кем күңел түрендәге хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп, һалдаттарға хат яҙҙы. Был өсмөйөшлө хаттар тиҙ арала адресаттарына барып етеп, уларға тыуған яҡтарынан килгән сәләм булып, яңы еңеүҙәргә рухландырыр. 

Бишбүләк районы "Вектор" Йәштәр үҙәге

Һалдатҡа - хат
Һалдатҡа - хат
Һалдатҡа - хат
Автор:
Читайте нас: