Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль , 08:33

Ниндәй орлоҡ һайларға?

Помидорҙың эре, тәмле сорттарын үҫтерергә теләүселәр өcөн бер ниcә к`ңәш.  

Ниндәй орлоҡ һайларға?
Ниндәй орлоҡ һайларға?

Тәҗрибәле баҡсасылар теплицаға помидор, борос үҫентеләрен апрель урталарында уҡ сығарып ултырта. Тик бының өсөн үҫентеләр ныҡ, һалҡынға һәм ауырыуҙарға сыҙам булырға тейеш. Ундай үҫентеләр үҫтерү өсөн орлоҡто ла дөрөҫ һайлай белеү кәрәк.

Теплицала помидорҙың индетерминант типтағыһын үҫтерәләр. Помидорҙары эре, итләс һәм бик тәмле була. Айырыуса йәйге салаттар, бутербродтар өсөн яҡшы улар. Индетерминант типтағы помидорҙар 2 метрға ҡәҙәр үҫә, уның артыҡ һабаҡтарын киҫеп, 1-2 һабаҡ ҡына ҡалдыралар.

Әлбиттә, һәр баҡсасының үҙенең яратҡан сорттары була. Яңы ғына баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлаусылар теплицала «Розовая мечта», «Орлиное сердце», «Батяня», «Тяжеловес Сибири», «Пузата», «Третьяковский», «Розовый гигант», «Сахарный гигант», «Гигант лимонный», «Желтый гигант», «Уральский гигант» кеүек сорттарҙы үҫтерә ала. Уларҙың помидорҙары эре, итләс була һәм уңышты ла күп бирә.

Ваҡ помидор яратыусыларға «Клубничка», «Финик сибирский», «Синяя гроздь», «Черная гроздь», «Детская радость» сорттарын ултыртырға мөмкин. Улар ашарға ла тәмле, табындағы ризыҡтарҙы биҙәү өсөн дә бик матур.

baltaci.ru/news

Ниндәй орлоҡ һайларға?
Ниндәй орлоҡ һайларға?
Автор:
Читайте нас: