Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль , 11:49

Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы

Сухоречка ауылында йәшәүсе Зөһрә Тухбағәли ҡыҙы Бабынцева амигурими стилендә уйынсыҡтар бәйләй

Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы
Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы

Зөһрә Тухбағәли ҡыҙы үҙенең тормошон ырғаҡһыҙ һәм энәләрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Көн һайын тиерлек ул үҙенең буш ваҡытын яратҡан мауығыуына арнай. Бына бер нисә буй, һәм оҫта ханымдың алдында таныш биҙәктәр күренә башлай. Ә бер нисә көндән уның өйөндә яңы “йәшәүсе” – әкиәт геройы йәки ул үҙе уйлап сығарған персонаж барлыҡҡа килә.ң

Зөһрә Тухбағәли ҡыҙы Ҡаҙағстанда тыуған һәм беҙҙең районға бала сағында уҡ ата-әсәһе менән күсенеп ҡайтҡан. Исаҡай ауылында йәшәй, ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, Ырымбур өлкәһе Абдуллин ҡалаһының мәктәп-интернатында уҡый. Артабан тегеүсе һөнәрен үҙләштерә. Кейәүгә сыға, оҙаҡ ваҡыт Яр Саллы ҡалаһында йәшәйҙәр, был осорҙа ул штукатур-буяусы һөнәрен ала.

Мөләйем ҡатындың беренсе никахынан өс балаһы бар. Әммә яҙмыш уны беренсе ире менән айырылышырға мәжбүр итә, һәм ул өс балаһы менән яңғыҙ ҡала. Бер аҙҙан ҡаланың двинателдәр заводына тәьмин итеү бүлегенә эшкә керә. Һуңыраҡ үҙенең тәүге мөхәббәтен осратып, уға кейәүгә сыға һәм 2004 йылда Сухоречкаға күсенеп ҡайта. Ә 2005 йылда ғаиләне тулылындырып, ҡыҙҙары Наталья тыуа. Ире менән улар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер бәхетле өләсәйҙең ун бер ейән-ейәнсәре бар, икәүһе уның ҡарамағында.

Зөһрә Тухбағәли ҡыҙының яратҡан шөғөлө бар: ул әкиәт геройҙарын, ғәҙәти булмаған ҡурсаҡтарҙы, йәнлектәрҙе бәйләй. Уйынсыҡтарҙан тыш, ырғаҡ һәм энә менән йылы кейемдәр, шапкалар бәйләй. Ҡул эштәренә маһир ханым махсус мобилизациялағы һалдаттар өсөн ойоҡбаштар ҙа бәйләргә өлгөрә.

-       Ҡул эштәрен ойоҡбаш, бейәләй бәйләүҙән башланым.  Унан һуң төрлө балалар костюмы, итәктәр, пинеткалар бәйләүгә күстем. Ә бер тапҡыр Интернетта уйынсыҡтар бәйләү буйынса мастер-класс күрҙем һәм ҡыҙыҡһынып, үҙем дә эшләп ҡарарға булдым. Беренсе тапҡыр тотонғандан уҡ, эшем ярайһы китеп сыҡты. Һәм был яратҡан шөғөлөмә әйләнде.

Зөһрә ханым уйынсыҡтар бәйләү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҡарай башлай, һәм уның ҡул эштәре коллекцияһы тулылана бара. Бәйләнгән әйберҙәрен күреп, таныштары теге йәки был әйберҙе бәйләп биреүен һорай. Һуңыраҡ ул төрлө район күргәҙмәләрендә ҡатнаша башлай, унда ҡуйылған барлыҡ уйынсыҡларҙы һатып алып бөтәләр тиерлек.

Зөһрә Тухбағәли ҡыҙы бәйләгән уйынсыҡтар үҙенсәлекле: уларҙың һәр береһенең үҙ характеры, үҙ образы бар. Улар балаларға ғына шатлыҡ өләшеп ҡалмай, ә теләһә ҡайһы йортто биҙәй йәки өлкән йәштәгеләр өсөн сувенир була ала. Изгелекле уйынсыҡтар яһау оҫтаһы үҙенең ҡул эштәре менән туғандарын һәм дуҫтарын һөйөндөрә. Уның барлыҡ әйберҙәрен дә оҡшаталар, сөнки улар барлыҡ күңел йылыһын ҡушып эшләнгән.

Наилә СӘБӘХОВА,

Автор фотоһы.

Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы
Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы
Уйынсыҡтар бәйләү оҫтаһы
Автор:
Читайте нас: