Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 15:43

Хәрби антына тоғро ҡалған

Афған һуғышы Дим ауылында йәшәүсе яугир-интернационалист Азат Фәйзуллиндың яҙмышында үҙ эҙен ҡалдырған

Хәрби антына тоғро ҡалған
Хәрби антына тоғро ҡалған

Нәҫел тамырҙары Аҙнай ауылынан булған Азат Әсғәт улының бала сағы һәм үҫмер йылдары Төрөкмәнстандың Марый өлкәсе Мургаб районында үтә. Ана шунан ул армия сафтарына саҡырыла һәм физик яҡтан ныҡлы егет хәрби һөнәр оҫталыҡтарын камиллаштыра башлай. Ул Чехословакияла  мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1979 йылдың майында ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән егет тыуған яғына ата-әсәһе янына ҡайта. Әммә уны октябрь айында ҡабат хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Был ваҡытта совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контенгентын Афганстанга керетеү тураһында хәбәр итәләр.
- Бөгөнгө көндә яугир-интернационалистар араһында мин иң өлкәне булһам да, ул ваҡытта мин иң йәше инем, - тип, хәтирәләргә бирелә Азат ағай. - Әле рәсми рәүештә һуғыш иғлан ителмәгәйне. Беҙ Афғанстанға беренселәрҙән булып керҙек, Гераттан 20 саҡрым алыҫлыҡта булған артылышты (перевал) һаҡларға ҡуштылар. Уның аша афғанлылар ҙа йөрөй, беҙҙекеләр ҙә үтә ине, әммә улар башламайынса, беҙгә ут асмаҫҡа тигән приказ булды. Беҙҙең төркөмдә күбеһе 40-45 йәшлектәр ине. Үзбәк, татар, тажик, рустар – 31 кеше инек. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың күбеһе стройбатта хеҙмәт иткән, автоматты һүтеп-йыя ла белмәй ине. Әкрен генә ҡарға-фәлән осоп барһа, атып ҡарайҙар, миңә ниңә һин атмайһың, тиҙәр, атһам, һеҙгә мишень ҡалмай, ти торғайным. Араларында бер үҙем тулы хәрби әҙерлек үткән кеше булараҡ, командир взводы ролен үтәргә лә тура килде.

Рядовой-пулеметсы булған Азат Фәйзуллин ярты йыл Афғанстан ерендә була. Баштагы йылдарҙа, был турала һис бер кемгә һөйләмәҫкә, тигән киҫәтеү менән сығаралар уларҙы. Тәүге бәрелеште лә бөгөнгөләй хәтерләй яугир-ветеран.
- Үҙебеҙсә, Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләндек. Әммә беҙгә өҫтәл артына йыйылышып, күңел асыу насип булманы. Төндә атыш башланды. Башҡа төрлө уйҙар керә, минең күңелдән кино таҫмаһыдай бар ғүмеремдең шатлыҡлы миҙгелдәре күҙ алдымдан уҙҙы. Бәхеткә, был бәрелештән беребеҙ ҙә зыян күрмәне, - тип, 45 йыл элек булған ваҡиғаларҙы барлай кисәге һалдат.- Хеҙмәт итеү осоронда дошман беҙҙең секторҙы бер нисә тапҡыр ғына утҡа тотто. Әммә был да етерлек булды.  Кемдер йәшәү һәм үлем тураһында бик уйланмаһа, көн һайын иҫергәнсе эсә торған бер иптәшебеҙ бынан һуң, бөтөнләй эсеүен ташланы. Вәт, стресс булды уға. Бер ваҡыт поста торған һаҡсы: “ҡарағыҙ, һарыҡтар араһында кешеләр килә” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Баҡһаң, көтөү араһында мөжәһиттәр беҙгә автоматтарын төбәп килә икән. Бер аҙ атышҡандан һуң, улар сигенделәр, - тип, хәтирәләргә бирелә Азат Әсғәт улы.
Йорт хужаһы әйтеүенсә, тажик, төрөкмән теле менән афған теле яҡын, шуға күрә улар урындағы халыҡ менән тәржемәсеһеҙ аралаша. Революция осоронда күптәрҙең туған-тыумасаһы Афғанстанға ҡаса.  
- Хәрби бурысыбыҙҙы үтәгәндә, йыш ҡына урындағы халыҡ менән яҡындан осрашырға тура килде. Хәтерләйем, һикһән йәшлек ҡарт килә ине, уны ҡыуып та ебәрә алмайҙар ине. Улар бик ярлы йәшәйҙәр, әммә көслө, сыҙам халыҡ, көнөнә 200 км йәйәү үтә алалар. Утын өсөн саксаул тамырын ҡаҙып алалар, уны елкәләренә йөкмәп 40-50-шәр саҡырым ара үтәләр. Шырпы йәки башҡа шундай әйбергә бик шатланалар ине, уны иткә йәки башҡа ризыҡҡа алышҡан саҡтар ҙа булды.
Бүген алтмыш алты йәшлек ветеран-яугирҙең күкрәген “Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына – 20 йыл”, “Совет гәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына – 30 йыл”, “Яугир-интернационалисҡа” миҙалдары биҙәй.

Ғаилә башлығы Азат Фәйзуллиндың хеҙмәт юлына күҙ һалһаң, башта ул Төрөкмәнстанда мамыҡ эшкәртү заводында дүрт йыл самаһы эшләй, ә “Дим” совхозына ҡайтҡас, биш йыл алыштырғыһыҙ иретеп-йәбештереүсе була, унан һуң нефтселәр ойошмаһында оператор булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Эльвира Коммун ҡыҙы һөнәре буйынса кондитер булараҡ, балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. Йылы өй мөхитендә барған әңгәмәгә хужабикә лә ҡушыла:

- Мин тыумышым менән Ҡаҙағстандан, Азат ҡунаҡҡа килгәс, танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Хәҙер “Дим” совхозына ҡайтып урынлашҡанға ла утыҙ өс йыл тулды. Беҙ ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек, улар Өфөлә үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Беҙҙе шатландырып, дүрт ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫеп килә, байрамдарҙа, йәйге каникулда ҡайтыуҙарын көтөп алабыҙ, - ти, яғымлы һәм аралашыучан йорт хужабикәһе.

- Беҙҙең быуын Ватанға тоғро, рухлы итеп тәрбиәләнде, интернациональ бурысты намыҫ менән үтәнек. Улдарыбыҙҙың икеһе лә Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итте: Рөстәм ике йылға эләкте, ул Чита ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә, ә кесеһе Ринат Хабаровск Дәүләт разведка идараһында хеҙмәт итте. Минеңсә, ысын һалдат булыу, ныҡлы хәрби әҙерлек үтеү өсөн бер йыл ғына аҙ, - тип, үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша афған һуғышы ветераны Азат Әсғәт улы.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Хәрби антына тоғро ҡалған
Хәрби антына тоғро ҡалған
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: