Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Февраль 2024, 02:59

Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!

Хәҙер эш биреүсе үҙ теләге менән 16 йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ ата-әсәне, шулай уҡ шундай йәштәге әсәйһеҙ бала тәрбиәләгәндәрҙе эштән сығара алмай. Быға тиклем Рәсәйҙә 14 йәшкәсә балаһын яңғыҙы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу тыйылды. Бөгөндән йәш сиге 16 йәшкә тиклем арттырылды...

Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!
Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!

Рәсәй Президенты Владимир Путин 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән яңғыҙ әсәне йәки атайҙы эштән бушатыуҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 14 февралендәге Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәҙер эш биреүсе үҙ теләге менән 16 йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ ата-әсәне, шулай уҡ шундай йәштәге әсәйһеҙ бала тәрбиәләгәндәрҙе эштән сығара алмай. Быға тиклем Рәсәйҙә 14 йәшкәсә балаһын яңғыҙы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу тыйылды. Бөгөндән йәш сиге 16 йәшкә тиклем арттырылды.

Балалар 16 йәшкәсә төп дөйөмгә эйә була, шуға күрә ошо йәшкә тиклем уларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән граждандар дәүләт яғынан өҫтәмә яҡлауға мохтаж.

Закон баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс үҙ көсөнә инә.

Башинформ.

Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!
Уларҙы эштән сығарыу тыйыла!
Автор:
Читайте нас