3 аш ҡалағы ойоған һөт, 2 йомортҡа, 1 сынаяҡ шәкәр ҡомо, 1 бал ҡалағы сода, йә ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель, 200-250 грамм аҡ май, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 стакан он.
1 стакан ондо табаҡҡа иләп һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр, сода, кефир һалып ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Бүлмә температураһында иретелгән майҙы ҡушабыҙ, ә инде шыйығыраҡ булһа, он өҫтәйбеҙ, көнбағыш майын һалабыҙ ҙа, ҡул менән йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Артабан ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ
Бер өлөшөнән бәләкәй генә йоморсаҡтар эшләп, 30 минутҡа туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
Икенсе өлөшөн табаға йәйәбеҙ (ҡул менән). Өҫтөнә төрлө варенье, джем һалырға була.
Тыңдырғыстан ҡамырҙы алып, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, варенье ҡапланып бөтөргә тейеш, шунан 30-40 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🍵🍵