+28 °С
Болотло
Гидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 16 февралдә, яуым-төшөм булмаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ -15,-20, таулы райондарҙа -10 градус тәшкил итәсәк.
17 февралдә, шәмбе көндә, яуым-төшөмһөҙ, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағаналары төндә -19,-24, урыны менән -27,-32, көндөҙ -9,-14 градус күрһәтәсәк.
Йәкшәмбе, 18 февралдә, һауа температураһы төндә -14, -19, урыны менән -20, -25, көндөҙ -7, -12 градус булыуы көтөлә.
Башинформ.