КӘРӘК БУЛАСАҠ 
- Он 480 г
- Тоҙ 1/2 бал ҡалаҡ
- Разрыхлитель 2 бал ҡалаҡ
- Шәкәр 200 г + 1 аш ҡалаҡ
- Аҡ май 100 г + көнбағыш майы майлау өсөн
- Ҡаймаҡ 250 г
- Лимон шт
- Кукуруз крахмалы 1 аш ҡалаҡ
ӘҘЕРЛӘҮ:
1. Он, тоҙ, шәкәр һәм разрыхлительды бергә ҡушып болғағыҙ.
2. Аҡ майҙы он менән бергә ҡушығыҙ.
3. Ҡаймаҡ өҫтәгеҙ, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. 30 минутҡа һыуытҡысҡа һалығыҙ.
4. Лимонды турап, ит ҡырҡыу ҡоролмаһы аша үткәрегеҙ. Шәкәр һәм крахмал менән болғағыҙ.
5. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә, береһе икенсеһенән бер аҙ ҙурыраҡ булырға тейеш. Ике киҫәктелә тура мөйөшлө ҡатламдарға йәйегеҙ.
6. Ҙурыраҡ ҡатламды формаға һалығыҙ. Эслекте өҫтәгеҙ, икенсе ҡатлам менән ҡаплағыҙ.
7. 30-40 минут бәлеште бешерегеҙ.
https://vk.com/huzabika