2023 йылда Башҡортостан халҡы телефон мошенниктарына өс миллиардтан ашыу аҡса күсергән. Был турала БР Эске эштәр бүлеге начальнигы Максим Родионов.хәбәр итә.
Енәйәтселәр үҙҙәрен полиция, Федераль именлек хеҙмәте, банк хеҙмәткәре тип таныта һәм телефон аша ғына кешене алдап, ҙур-ҙур суммала аҡса ала. Был хәлдең сәбәбе нимәлә? Мутлашыусыны ысын полиция йәки банк хеҙмәткәренән нисек айырырға? Күптәр аҡса һорап иркенән мәхрүм ителгән кешеләр шылтырата тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта Рәсәй халҡын ойошҡан енәйәти төркөмдәр талай. Улар башлыса сит илдән тороп эш итә, шуға күрә был әҙәмдәрҙе тотоу, урланған аҡсаны кире ҡайтарыу бик ҡатмарлы.
Сағыштырыу өсөн - 2022 йылда республика халҡы аферистар иҫәбенә 1 миллиард 613 миллион һум аҡса күсергән.
2024 йыл башынан мутлашыусылар тарафынан 180 млн һум урланған.
Башинформ.