Мин оло йөрәкле кешеләрҙең береһе – атайым Ирек Шәңгәрәй улы һәм әсәйем Әлмира Фәнзил ҡыҙы тураһында һөйләргә теләйем. Бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиға әле лә күңел түрендә һаҡлана.
2012 йылдың матур яҙында, Ҡасҡын ауылында йәшәүсе Хәбировтар балалар йортоноң тупһаһын ашатлап үтә. Был ваҡытта унда тәрбиәләнеүсе ағайыма ете йәш, ә миңә ни бары биш тулған була. Бәләкәй генә булһам да, мин уларҙан килгән йылылыҡты тойоп, буласаҡ әсәйем эргәһенә килдем һәм “һеҙ мине алырға килдегеҙме, мин һеҙҙе яратам” тип өндәштем һәм уны ҡосаҡлап алдым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тәрбиәсебеҙ минең янға керҙе һәм әйберҙәремде йыйырға ҡушты. Улар ағайым менән икебеҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтты. Шул ваҡыттан бирле ун ике йыл үтте. Үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған ата-әсәйем беҙҙе үҙ балалары кеүек тәрбиәләне, ғаилә йылыһы бүләк иткәндәре, изге күңелле булғандары өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ошо көндәрҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 35 йыл тулды. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ҡәҙерле кешем - Ирек Хәбиров тураһында бер аҙ һөйләп үткем килә.
Атайыма ун һигеҙ йәш тулғас, уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул 1986-1988 йылдарҙа Афғанстанда була. Баһрам янындағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша, һаҡсы ротала төрлө колонналарҙы оҙатып йөрөй. Атайым күп нәмәгә өйрәнә: машина йөрөтөргә, автоматтан атырға, тауҙарға етеҙ генә менергә, аяғында ныҡлы баҫып торорға һ.б. Кәрәк икән, дошман менән алышып, Ватаны өсөн йәнен бирергә лә әҙер була.
Атайым ҡәһәрле һуғыш тураһында иҫкә алырға яратмай, һөйләгән хәлдә лә, бөтә ваҡлыҡтарына туҡталып тормай, сөнки ҡом-таш илендә барған алышта төрлө хәлдәр була. Күҙ алдында йәп-йәш һалдаттар, иптәштәре үлә. Ҡайһы берҙә ашарға ла булмай: ҡоро паек һәм бутҡа ғына. Һыу сығанаҡтары мөжәһиттәр тарафынан ағыуланыу сәбәпле, йыш ҡына сәй урынына сәнскәк үләнде төнәтеп эсәләр.
Ул ваҡыттан бирле бик күп һыуҙар аҡҡан, әммә хәтерҙән мәңге юйылмай торған хәл-ваҡиғалар уның йөрәгендә әле лә һаҡлана торғандыр, ни тиһәң дә, үлем һәр саҡ эргәлә генә була. Ике йыл “утлы нөктә”ләрҙә хеҙмәт иткән осоронда, ул иптәштәрен ҡәҙерләргә өйрәнә һәм уны тыуған яғында яҡындарының көтөп тороуы - барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән Ирек Шәңгәрәй улы наградалар менән бүләкләнгән: “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл”, “Рәхмәтле афған халҡы нан яугир-интернационалисҡа”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Совет ғәскәрҙәренең Афғастандан сығарылыуына 20, 25, 30 йыл” миҙалдары. Бишбүләк-тарихи этнография музейындағы афған һуғышы яугирҙәренә арналған стендта атайымдың да фотоһы эленеп тора.
Бөгөн күп кенә йәштәр ни өсөндөр хәрби хеҙмәткә барырға атлығып тормай. Минеңсә, армияла хеҙмәт итеү – һәр кемдең изге бурысы. Минең атайым – минең геройым! Мин ата-әсәйемде ихтирам итәм һәм яратам.
Рәмилә ХӘБИРОВА,
Ҡасҡын ауылы.