Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль , 00:00

Байрам мәлендә почта бүлексәләре нисек эшләй?

Башҡортостандың почта бүлексәләре Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан эш графигын үҙгәртә/

Байрам мәлендә почта бүлексәләре  нисек эшләй?
Байрам мәлендә почта бүлексәләре нисек эшләй?

23 февраль — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял көнө. 22 февралдә почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

«23 февралдә почтальондар почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе, шулай уҡ гәзит-журналдарҙы таратмай. Пенсия һәм пособиеларҙы улар Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе менән килешелгән график буйынса килтерә. 24 февралдә бүлексәләр ғәҙәттәгесә эшләй», — тип белдерҙеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика почта бүлексәләре һаны буйынса илдең иң ҙур төбәге булып тора.

https://www.bashinform.ru

Байрам мәлендә почта бүлексәләре  нисек эшләй?
Байрам мәлендә почта бүлексәләре нисек эшләй?
Автор:
Читайте нас: