0 °С
Болотло
Башҡортостанда иртәгә «Эскән водитель» операцияһы башлана. Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко ошо хаҡта белдерҙе.
«Эскән водитель» операцияһы Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә үҙ транспорты менән идара иткән автоһәүәҫкәрҙәр күп. Бөтә ир-егеттәр ҙә Ватанды һаҡлаусылар түгел», - тине Александр Прядко.