Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль , 19:10

Башҡортостандар Мәскәүҙе яулай

Өфөнән Вадим Харисов “Рәсәй” күргәҙмәһендә ”Дан аллеяһы”ның геройы булды.

Башҡортостандар Мәскәүҙе яулай
Башҡортостандар Мәскәүҙе яулай

Сара халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңгән мәктәп уҡыусыларына арналған. Экспозицияны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ярҙамы менән "Белем" Рәсәй йәмғиәте ойошторған. Хәҙер яңы экспозиция Вадим Харисовтың наградаһы менән тулыланған. Ул химия буйынса Менделеев олимпиадаһында, халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яулаған.

Вадим Харисов Межгорьела тыуып үҫкән. Республика инженер лицей-интернатында уҡырға инер өсөн Өфөгә күсеп килә. 13 йәшенән химия менән мауыҡҡан. Ике тапҡыр химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булған.

2023 йылдың йәйендә Цюрихта үткән 55-се Халыҡ-ара химия олимпиадаһында еңгән. "Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Вадим Харисовты Хөкүмәткә эшкә саҡырырға әҙербеҙ. Бындай йәштәр беҙҙең командаға кәрәк”, – тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Телеграм-каналында.

https://bashgazet.ru

Башҡортостандар Мәскәүҙе яулай
Башҡортостандар Мәскәүҙе яулай
Автор:
Читайте нас: