Дим ауылы hәр ваҡыт үҙенең ысын мәғәнәһендә иҫ киткес, үҙенсәлекле hәм тырыш кешеләре менән дан тотҡан. Ҡайһы ваҡыт тормоштоң ығы-зығыһында беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Беҙҙең көндәрҙә батырлыҡҡа heм данға урын юҡ, тип яңылыш уйлайбыҙ. Ә бит беҙҙең йәнәшәбеҙҙә бик күп ябай булмаған, ҡыҙыҡлы яҙмышлы яҡты кешеләр бар. Күп йылдар дауамында тыуған ерендә йәшәгән hәм эшләгән, ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәрeн, йорт усағының йылыһын hәм уңайлылығын һаҡлап ҡалған кеше бар халыҡтың хөрмәтен hәм иғтибарын үҙенә йәлеп итмәйме?
Минең хикәйәмдең геройы — Зөлфиә Урал ҡыҙы Әхмәтова. Ул Дим ауылында тыуған hәм ошонда йәшәй. Урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, Совет сауҙаһы институтына уҡырға керә. Уны тамамлап, шәхси эшҡыуар булып теркәлә hәм ата-әсәһенең эшен дауам итә — тыуған ауылын аҙыҡ-түлек hәм көндәлек кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итә. Уҡыуын hәм эшҡыуарлыҡ эшсәнлеген туҡтатмайынса, дүрт бала таба: өлкән улы, Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡыуын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, өйләнә hәм Себерҙә эшләй; ҡыҙы ла шулай уҡ Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлап, кейәүгә сыға, Ҡазан ҡалаһында йәшәй hәм эшләй. Кесе ҡыҙҙары мәктәптә уҡый, мәктәптәге барлыҡ сараларҙа актив ҡатнаша.
Зөлфиәнең актив тормошонда тыуған табиғәтте һаҡлау, ауылды төҙөкләндереү буйынса саралар айырым урын алып тора. Ул йыл һайын Өлкәндәр көнөнә, һабантуйы hәм башҡа сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Зөлфиә Урал ҡыҙы балаларын бала саҡтан уҡ эшкә өйрәтә — улар хужалыҡта ла, магазинда ла ярҙам итә. Бер йыл элек уның яңы мауығыуы — табиғи ҡаҡ ҡойоу эше барлыҡҡа килә, ул шунда уҡ өҫтәмә табыш килтерә башлай. Балалар баҡса, урман еләк-емештәрен йыйыуҙа ярҙам итә, энәлек, гөлемеш, ҡара бөрлөгәнде, ер еләген термик эшмәртмәйенсә әҙерләгән ҡаҡ бик файҙалы була.
Кyп йыллыҡ йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, Зөлфиә Урал ҡыҙы йыл һайын балалары менән мoсолман байрамдарын әҙерләп үткәреүҙә ҡатнаша. Улар Бишбүләк hәм Ҡырғыҙ-Миәкәләге мәсеттәрҙе йыйыштырыуҙа ҡатнаша, табын әҙерләп, ураҙа тотоусыларҙы һыйлай. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙарының класташтары менән күрше Миәкә районына бесәйҙәр hәм эттәр өсөн приютҡа сәйәхәт ойоштороу традицияға әүерелде. Шулай уҡ быйыл йәйгеһен Зөлфиә ҡыҙҙары hәм башҡа үҫмерҙәр менән урындағы күлде hәм уның тирәһендәге территорияны таҙартыуҙы ойошторҙо, урындағы hәм район хәкимиәтен йәлеп итә, ундағы пляжға ҡом алып килеү тураһында һөйләшә.
Махсус хәрби операция башланыуҙың беренсе көндәренән үк Зөлфиә һуғышсыларға ярҙам итеүҙә актив ҡатнаша. Ул, ҡыҙҙары менән бергә өйрәнеп, үҙ ауылында маскировка селтәре үреү пункты ойоштора hәм башҡа оҫта ҡуллы ханымдарҙы өйрәтә. Зөлфиә Урал ҡыҙы СВОға ебәрелгән hәр посылкаға ҡаҡ, киптерелгән еләк-емеш менән сәй ҙә һала.
Ул үҙенең тәбиғи продукцияһы менән районда, шулай ук ВДНХла hәм башҡа майҙансыҡтарҙа шәхси йәрминкә-күргәҙмәләрҙә актив ҡатнаша. Зөлфиә Урал ҡыҙын тыуған ауылында хөрмәт итәләр. Мәҫәлән, урындағы һыу ятҡылыҡтарын йыйыштырыу ойошторолғандан һуң, күп кенә ауылдаштары, вахтаға йөрөүселәр үҫмерҙәрҙе бүләкләү өсөн аҡса бүлә башланы. Зөлфиә Урал ҡыҙы кеүек битараф булмаған энтузиастар менән тораҡ пункттарҙа тормош уңайлыраҡ була. Мин шуға бик ныҡ ышанам, ауылда хөрмәткә ҙур тырышлыҡ арҡаһында ғына лайыҡ булырға мөмкин. Башҡа юл юҡ. Сөнки тап бына кешенең үҙендә ниндәйҙер сикһеҙ ҡеүәт ята, ә инде уларҙы асыу hәм тормошҡа ашырыу — кешенең үҙенең бурысы.
Галина ПЕТРОВА,
Дим ауылы.
Фото ғаилә архивынан.