Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль , 15:39

ВСУ Белоруссияға һөжүм итәргә әҙерләнәме?

Белоруссия сигендә ВСУ-ҙың һөжүм төркөмө тураһында белдергәндәр.

ВСУ Белоруссияға һөжүм итәргә әҙерләнәме?
ВСУ Белоруссияға һөжүм итәргә әҙерләнәме?

Украина Белоруссия менән сиктә 112-114 мең хәрби хеҙмәткәр туплай, тип белдергән республика Оборона министрлыгғы башлығы. АУл әйтеүенсә, хәл Минскиҙан өҫтәмә көстәр арттырыуны талап итмәй.

Украина Белоруссия сигендә 112-114 мең кешелек удар төркөм тупланы, тип белдергән республиканың Оборона министры Виктор Хренин «Рәсәй 24»гә биргән интервьюһында.

"Бөгөнгө көндә был төркөм яҡынса 112-114 мең [кеше]. Шуларҙың 17 меңе Украина-Беларусь сиген һаҡлау өсө йәлеп ителә”,- тип белдергән Оборона министрлығы башлығы.

Шул уҡ ваҡытта Хренин билдәләп үтеүенсә, килеп тыуған хәл Украина менән сиктә республиканың өҫтәмә хәрби көстәрен арттырыуҙы талап итмәй.

Минск даими рәүештә илнең көньяғында Украина менән сикте нығытыу тураһында иғлан итә һәм Рәсәйҙең махсус операцияһы башланғандан һуң яғын төбәктәрҙә өйрәнеүҙәр үткәрә. Белоруссия президенты Александр Лукашенко конфликттағы яҡтарҙы тыныслыҡ һөйләшеүҙәренә саҡыра һәм Мәскәүгә ярҙам белдерә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың июнендә Белоруссияға тактик атом ҡоралының беренсе снарядтарын килтереү тураһында иғлан итте. Ул бындай сараларҙың кәрәклеген АКШтың Төркиә, Германия, Италия, Нидерланд һәм башҡа Европа илдәрендә атом ҡоралын урынлаштырыу менән аңлата. Путин шулай уҡ был эште йыл аҙағына ҡәҙәәр тамамларға вәғәҙә итте.

АКШ һәм Европа Союзы Мәскәүҙең ҡарарын яуапһыҙ тип һанай. Лукашенко бындай шелтәләрҙе абсурд тип атаған һәм Көнсығыш Европаны хәрбиләштереүгә һәм АКШ һәм НАТО илдәренең хәрби активлығын арттырыуына адекват реакция тураһында белдергән. Ул шулай уҡ өсөнсө бөтә донъя һуғышы тураһында ҡурҡыуҙарҙы нигезһеҙ тип һанамай һәм уға «менталь һәм стратегик яҡтан» әҙерләнергә саҡыра.

РБК

ВСУ Белоруссияға һөжүм итәргә әҙерләнәме?
ВСУ Белоруссияға һөжүм итәргә әҙерләнәме?
Автор:
Читайте нас: