Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Февраль , 00:00

Армия характерҙы сыныҡтыра

Илнар Сәбәхов ил һағында тора. 

Армия характерҙы сыныҡтыра
Армия характерҙы сыныҡтыра

Уҙған йылдың көҙөндә Рәсәй армияһы сафтарын беҙҙең район егеттәре лә тулыландырҙы. Улар араһында Мулланур Вахитов ауылынан Илнар Сәбәхов та бар ине.

Илнар 2004 йылда тыуған.Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктeбенең 9-сы класын тамамлағас, Бәләбәй гуманитар-техник колледжына уҡырға инә, унда электр йыhаздарын ремонтлау hәм хеҙмәтлeндереү буйынса электрмонтер hөнәрен үҙләштерә. Күп кенә малайҙар кеүек үк, Илнар hәр ваҡыт физкультураны яратҡан, рәхәтлeнеп волейбол уйнаған, спорт hәм машиналар менән мауыҡҡан, ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам иткән. Белем тураһында диплом алғас, ныҡлы ҡарар ҡабул итә: хеҙмәт итeргә кәрәк!

Ауыл егете 2023 йылдың 20 ноябрендә армияға китә. Әле ул Түбән Новгород ҡалаһында инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеү — мөhим эш, изге бурыс, тип ышана Ватанды яҡлаусы.

Армия — дәүләт оборонаһының төп өлөшө, ә хеҙмәт итеү—йәш егеттәрҙең тормошондағы мөhим этап, ул ғүмерҙе уға ҡәҙәр hәм унан һуңғы осорға бүлә. Армиянан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайталар: ул характерҙы сыныҡтыра һәм дисциплинаға өйрәтә.

Наилә СӘБӘХОВА.

Фото шәхси архивтан.

Армия характерҙы сыныҡтыра
Армия характерҙы сыныҡтыра
Автор:
Читайте нас: