Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Февраль , 14:03

Еңеүҙе һауала яулай

Гвардия авиацияһы өлкән лейтенанты Барыш ауылында ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды

Еңеүҙе һауала яулай
Еңеүҙе һауала яулай

Авиация (ҙур hәм кесе үҙенең теүәл разведка мәғлүмәттәре, дошман территорияһын нөктәле-адреслы бомбаға тотоуҙары, мөhим стратегик объекттарҙы, хәрби техника hәм ҡорал тупланмаларын, шулай уҡ дошмандың тере көсөн ракеталар менән маҡсатлы юҡ итеүҙәре менән күп яҡтан Рәсәйҙең ер өҫтө армия бәйләнештәренең, хәрби часттәренең hәм подразделениеларының ышаныслы алға барыуын тәьмин итә hәм еңеләйтә. Украинала махсус хәрби операцияла Рәсәй авиацияһының өҫтөнлөгө бар. Һәм был, бик яҡшы ярҙам итеп, беҙҙең пехотаны hәм артиллерияны һөйөндөрә генә. Шул уҡ ваҡытта Бишбүләк районынан яҡташтарыбыҙҙың бөгөн ерҙәге окоптарҙа ғына түгел, ә hаунан Украина хәрби көстәрҙәренә «эҫе биреп», уңышлы һуғышыуы ҡыуаныслы.

— Осоусы булырға мин бала саҡтан уҡ хыялландым, һәм минең өсөн иң яратҡан фильмым совет осорондағы хәрби кинотаҫма булды hәм шулай булып ҡала ла — «В бой идут одни старики», — ти ата-әсәһе янына тыуған ауылы Барышҡа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан зәңгәр погонлы хәрби гвардия офицеры. — Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлағас, мин 2015 йылда Сызрань ҡалаһының профессор Н.Е. Жуковский hәм Ю.А. Гагарин исемендәге хәрби-hауа академияһына уҡырға инергә булдым. Мин әхлаҡи һәм физик яҡтан хәрби осоусы булырға әҙерләндем, тип әйтергә була. Атайым 1989-91 йылдарҙа Ҡытай сигендә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул биш йөҙҙән ашыу  сиккә сыҡҡан өсөн 1 hәм 2 дәрәжә «Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән. Армиянан сержант званиеһында ҡайта. Әлегә ҡәҙәр бик яҡшы спорт формаһында, ҡул һуғышы алымдарын бик яхшы белә hәм төҙ ата. Ул мине башта физик күнегеүҙәр яһарға — турникта күтәрелергә, гантель hәм герҙәр менән шөғөлләнергә мәжбүр итте. Yҙ-үҙеңде яҡлау алымдарын өйрәтте. Унан һуң мин үҙем дә еңел атлетика hәм саңғыла йөрөү менән мауыға башланым. Шулай уҡ район үҙәгенең «Батыр» атлет клубына даими йөрөй башланым. Мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡыным. Шуға күрә теләгән урыныма уҡырға еңел генә керҙем. 2020 йылда академияны уңышлы тамамланым hәм авиация лейтенанты званиеһын алдым. Хәҙерге ваҡытта мин инде гвардия өлкән лейтенанты званиеһында дошмандың ер өҫтө хәрәкәтсән hәм хәрәкәтһеҙ маҡсаттарын баҫып алыу hәм юҡ итеү hәм уның бронетехникаһын юҡ итеү өсөн билдәләнгән Ми 8 МТВ-1 «Терминатор» транспорт-хәрби вертолетының штурман-осоусыһы.

Яҡташыбыҙ 2020 йылда яңғыҙ ғаилә статусын үҙгәрткән. Ул оҙаҡ йылдар дуҫлашып йөрөгән Разия ауылынан тыйнаҡ hәм һөйкөмлө Илүзәгә өйләнә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға улар икеһе бергә ҡайтҡан.

— Махсус хәрби операцияла беҙҙең авиация полкы һуғыш хәрәкәттәре башланыуҙың беренсе көндәренән үк ҡатнаша, — тип уртаҡлаша ул. — Һуғыш зонаһында, беҙҙә әйтелгәнсә, йыл ярым эсендә өс тапҡыр ҡыҫҡа ғына тәнәфестәр менән «командировкала булдым». 654 хәрби осош яһаным. Һуғышсан бурыстарҙы уңышлы hәм һөҙөмтәле үтәгәнем өсөн «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены  hәм «Хәрби батырлыҡ өсөн» hәм «СВО ҡатнашыусыһы» миҙалдары, шулай уҡ командованиенан бер нисә рәхмәт хаты менән бүләкләндем.

Хәрби офицерҙың отпусыға ҡайтыуы район хакимиәте тарафынан иғтибарһыҙ ҡалманы. Уның менән район хакимиәте башлығы шәхсән осрашты. Йылы һөйләшеүҙән һуң Артур Зарипов гвардиясыға үҙенең исеменән актив гражданлыҡ позицияһы, хәрби бурысына hәм махсус хәрби операция үткәргәндә күрһәтелгән Рәсәй патриотизмы идеалдарына тоғролоғо өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

— Һеҙҙең тормошҡа ҡарашығыҙ Бишбүләк районының йәш быуынына үрнәк булып тора. Еңеү беҙҙең яҡта булыр, тип ышанабыҙ! — тине офицерҙың көслө ҡулын ҡыҫып Артур Мөхлис улы.

Владимир СМОЛОВ.

Фото һуғышсының шәхси архивынан.

Еңеүҙе һауала яулай
Еңеүҙе һауала яулай
Автор:
Читайте нас: