Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль , 11:04

Февралдә оҙайлы ялдар: Ватанды һаҡлаусылар көнөндә нисек ял итәбеҙ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республика халҡын 118 өҫтәмә ял көнө көтә.

Киләһе оҙайлы ялдар — февралдә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 25-енә тиклем ял итәбеҙ.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылда ҡасан отпуск алыу яҡшыраҡ икәне тураһында яҙып сыҡҡайны.

Эш көндәре күберәк булған айҙарҙа отпускыға сығырға кәрәк. 2024 йылда аҡса йәһәтенән июлдә (23 эш көнө), августа (22 эш көнө), шулай уҡ октябрҙә (23 эш көнө) отпуск алыу отошлораҡ. Ғинуарҙа (17 эш көнө) һәм июндә (19 эш көнө) лә мөмкин. Был отпуск аҡсаһын һәм эш хаҡын иҫәпләү үҙенсәлектәре менән бәйле.

 

Автор:
Читайте нас: