Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль , 10:41

Авариялар иң күп булған ай һәм көн билдәләнгән

Иң күп юл ҡазалары октябргә тура килгән. Ә көнгә килгәндә...

Авариялар иң күп булған ай һәм көн билдәләнгән
Авариялар иң күп булған ай һәм көн билдәләнгән

Эксперттар Рәсәйҙә иң күп авария булған айҙы һәм көндө билдәләү өсөн тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә, октябрь иң авариялы ай булып сыҡҡан. 2023 йылда бар юл фажиғәләренең 9,4% ошо айҙа булған. 

Тағы ла бәлә-ҡазаға "бай" ай март булып сыҡҡан. Был айҙа былтыр бар аварияларҙың 9,1% булған.

Был ике айҙың ҡазалар исемлегенә эләгеүен тикшеренеүселәр һауа шарттарына һәм юлдарҙың тайғаҡ булыуына бәйләй. 

Ә көндәргә килгәндә иң күп авариялар йома көнөндә була икән. Был көндө кешеләр ял алдынан ҡайҙалыр ашыға һәм юл ҡағиҙәләрен боҙа икән.

Мартҡа аяҡ баҫабыҙ. Юлдарыбыҙ хәйерле булһын! Бар ҡазалар урап үтһен! 

hakmar.ru

Авариялар иң күп булған ай һәм көн билдәләнгән
Авариялар иң күп булған ай һәм көн билдәләнгән
Автор:
Читайте нас: