Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль , 14:29

Уның менән яҡташтары ғорурлана

Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһенең Игнашкин ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ауыл халҡы сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы, ҙур патриоттар.

Уның менән яҡташтары ғорурлана
Уның менән яҡташтары ғорурлана

Игнашкинда йәшәүсе Андрей Иванович Емельянов 1991 йылдың 4 декабрендә Бишбүләк районы Ҡандракүл ауылында тыуған. Уны өләсәһе Валентина Григорьева тәрбиәләп үҫтергән. 2011 йылда Михайловка урта мәктәбенең 11-се класын тамамлағас, 64-се һөнәри лицейға уҡырға керә һәм автомеханик таныҡлығы ала. Шул уҡ йылдың 7 декабрендә Андрей Емельяновты ҡыҫҡа сроклы хеҙмәткә саҡыралар. Владимир ҡалаһында Монголия халыҡ республикаһында Хәрби Ҡыҙыл Байраҡлы, Ленин, Суворов, Кутузов, Богдан Хмельницкий, Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Суха Батор исемендәге 44-че танк гвардия полкының 07008-се хәрби часында хеҙмәт итә.

- 2011 йылда өс йылға контракт төҙөнөм. Мурманск өлкәһенең Печенга поселогында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. 2014 елда Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштым. "Батырлыҡ өсөн" ордены менән бүләкләндем.  2016 йылда Омск автобронетанк инженерлыҡ институтына уҡырға керҙем. 2019 йылда прапорщик званиеһында уҡып сыҡтым. Артабан хеҙмәтемде Мурманск өлкәһенең Печенга поселогында артиллерия ғәскәрҙәрендә дауам иттем. Һуңынан 90-сы танк дивизияһының, 6-сы танк полкына танк командиры итеп тәғйәенләндем, - тип һөйләй яҡтышыбыҙ үҙенең хеҙмәте тураһында. Пенсияға сығырға бер-ике йыл ҡалды.

2022 йылдыү 7 декабрендә кесе лейтенант званиеһы бирелгәс, Андрей Емельянов взвод командиры итеп билдәләнә. Ватанды һәм Рәсәй Федарацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлағанда күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ Жуков ордены менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы Оборона министры бойороғо менән Андрей Емельянов “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән башҡа төрлө наградаларга ла лайыҡ булған.

Ирина ФОМИНА,

Фото ғаилә архивыннан.

 

 

Уның менән яҡташтары ғорурлана
Уның менән яҡташтары ғорурлана
Автор:
Читайте нас: