Уҙған йылда ирешелгән уңыштар hәм ағымдағы осорға яңы бурыстар тураһында «Россельхозцентр» учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлеге башлығы Флорит Исламов һөйләй.
— Республика етәкселеге өс кешенән торған хеҙмәт коллективыбыҙҙың Башҡортостанда үҫемлекселек hәм орлоҡсолоҡ йүнәлешен үҫтереү буйынса дөйөм тупланмаға инлергән өлөшөн юғары баһаланы, — ти Флорит Ғәлиәкбәр улы. — Беҙҙе Башҡортсотан Республикаһы агросәнәғәт комплексы системаһындағы намыҫлы хеҙмәтебеҙ өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләп үттеләр. Уҙған 2023 йылда беҙҙең район-ара бүлек үҫемлектәрҙе яҡлау буйынса райондың ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарына 684 геонокта ҡуйҙы. Орлоҡсолоҡ буйынса 139 фитомониторинг үткәрелде. Ентекле эш йыл әйләнәһенә туҡталып торманы. Йыл дауамында төрлө культураларҙың 12 400 тонна орлоғон анализладныҡ. Һөҙөмтәлә 509 проба үткәрелде. Дөйөм майҙаны 10 210 гектарҙа сәселгән орлоҡтарҙы һынап ҡараныҡ hәм теркәнек. Тап бына ошо күрһәткестәр менән беҙ республика буйынса иң яҡшы ун бүлек эсенә инә алдыҡ.
Флорит Исламов бүлек етәксеһе вазифаһында, йәки, элек әйтелгәнсә, район орлоҡ инспекцияһында 2004 йылдан бирле эшләй. Һәм ошо егерме йыл эсендe бyлектең барлыҡ күрһәткестәре лә һиҙелерлек яҡшырҙы, ә был үҙ сиратында район хужалыҡтарында орлоҡтарҙың сифатдәрәжәһен күтәреүгә тәьҫир итте hәм, әлбиттә, ауыл хужалығы культураларының уңышын яҡшыртыуға йоғонто яһаны.
Юҡҡа ғына «Россельхозцентр» учреждениеһының БР буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин уны республика филиалы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләмәгән.
— Ун йыл беҙҙе әйҙәп барыусы агроном булып Мәрйәм Хәмзә ҡыҙы Ғәниева эшләй, —т ип дауам итә Флорит Исламов. — Ул агроорлоҡ буйынса тәжрибәле эксперт hәм хужалыҡтарҙан килгән орлоҡто анализлау өсөн яуаплы. Әйҙәп барыусы агроном булып Мария Геннадиевна Макарова ла бишенсе йыл эшләй. Ул орлоҡтарҙы анализлауҙан тыш, үҫемлектәрҙе яҡлау буйынса даими фитомониторинг үткәрә. Хәҙерге ваҡытта орлоҡ инспекцияһына ауыл баҡсасылары өсөн һуған орлоҡтары ҡайта. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙан килтерелгән орлоҡ материалына анализ яһала.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.