Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
1 Март 2024, 10:50

8 Мартта һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар фаразына ҡарағанда...

8 Мартта  һауа торошо ниндәй булыр?8 Мартта  һауа торошо ниндәй булыр?
8 Мартта һауа торошо ниндәй булыр?

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сираттағы оҙон ял көндәре көтә, улар 8-10 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Күптәр был көндә осрашыуҙар планлаштыра, шуға күрә ҡыҙыҡһыналар — һауа торошо пландарҙы боҙмаҫмы?

Мәҫәлән, Өфөлә 8 март йылы буласаҡ — көндөҙ яҡынса -1, төндә -10°С. Алдан килтерелгән фараздар буйынса, байрам көнөндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, ә унан һуңғы ял көндәрендә күктә март ҡояшы ла күренәсәк.

Республиканың башҡа райондарында ла шундай уҡ һауа торошо көтөлә, тик ике-өс градус айырма менән, шуға күрә йәйәү йөрөүҙе ҡыйыу планлаштыра һәм яҙҙың килүенән ләззәтләнә алаһығыҙ.

Ялдар күңелле үтһен!

Башинформ. 

8 Мартта  һауа торошо ниндәй булыр?
8 Мартта һауа торошо ниндәй булыр?
Автор:
Читайте нас