Алда торған Президент һайлауҙарында тауыш биреү өсөн бюллетендәр әҙерләү эше аҙағына яҡынлаша.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда 2 994 100 бюллетень әҙерләнә. Уларҙың 17 проценты, йәғни 501 100-е, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарында тауыш бирөү өсөн тәғәйенләнә.
Ғәҙәттәгесә, республикала бюллетендәр өс телдә баҫыла – башҡортса, татарса һәм рус телендә. Башҡорт телендә – 358 900 (дөйөм һандың 12 проценты), татар телендә 162 900 (5,5 процент) дана әҙерләнә.
Һайлау бюллетендәре территориаль һайлау комиссияларына тапшырыла. Унан һуң, 2024 йылдың 13 мартынан да һуңламай, участок һайлау комиссияларына тапшырыласаҡ.
omet-rb