+28 °С
Болотло
Бишәүҙең иң өлкәне Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан, ҡалғандары Благовещендан. Августа улар 34 йәшлек ирҙе урлап, монтировка, бита менән туҡмап, пистолеттан атыу менән янап, унан биш йөҙ мең һум аҡса талап алырға маташа. Аҙаҡ 17 йәшлек егетте лә урлап, унан 1,5 миллион һум талап итәләр. Ике осраҡта ла үҙҙәренең ғәмәлен "бер ҡатынды көсләгәндәре өсөн үс алыу" менән аңлата.
Федераль именлек хеҙмәте бандиттарҙы ҡулға алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уларҙың башҡа ҡорбандары булғанмы-юҡмы икәнен асыҡлай.