Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Март 2024, 04:18

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:

Гел бер төрлө аш ялҡытып китһә, көршәк аштары бешереп ашарға мөмкин

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:
Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:

400 грамм бауыр, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан һурпа (йә һыу), тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, үҫемлек майы кәрәк.
Бауырҙы ҙур булма­ған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибергә. Ҡайнар майлы табала ике яғын 2 – 3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙ­ҙырып алырға. Ярым ҡулсалап туралған һуған һалып, ул үтә күренмәле булғас, 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатырға ла уттан алырға.
Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған бауыр, ҡаймаҡ, лавр япрағы һалырға ла һурпа ҡойорға һәм 25 – 30 минут ҡыҙыу мейестә бешерергә.

Ит, бәшмәк менән бергә 

500 грамм ит, 6 – 8 картуф, 2 баш һуған, 1-2 кишер, 1 татлы борос, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 400 грамм бәшмәк, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡатыҡ (кефир), 1 йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 1,5 – 2 стакан он, тәменсә тоҙ, борос, әнис (укроп), шәфәри (петрушка) үләндәре кәрәк.
Уртаса ҙурлыҡта туралған итте, бәшмәкте, һуғанды табала ҡыҙҙырырға. Кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, картуфты шаҡмаҡлап турарға.
Көршәктең төбөнә – бәшмәкле, һуғанлы ит, артабан – картуф менән кишерҙе, иң өҫкә балдаҡлап туралған татлы боросто, иҙелгән һарымһаҡты һалырға. Һәр ҡатлам һайын тоҙ, борос һибергә . Ярты стакан һыу ҡойорға. Көршәкте ҡаплап, мейескә ҡуйырға. 200 градус эҫелектә ярты сәғәт торғас, ҡапҡастарын алып, ҡамыр менән ҡапларға ла, тағы ярты сәғәт бешерергә.
Ҡамыр былай әҙерләнә: ҡатыҡҡа йомортҡа, тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май, сода һалып болғатырға. Он өҫтәп, ҡамыр баҫырға. 

ye102.ru

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:
Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы:
Автор:
Читайте нас