Дәүләт Думаһы депутаттары төркөмө 30 йыллыҡ стаж өсөн пенсияға ике йәшәү минимумы түләүҙе өҫтәргә тәҡдим иткән. Тейешле закон проекты инде эшләнгән, тип яҙа ТАСС.
Документҡа аңлатма яҙыуында һүҙ ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр тураһында бара тип әйтелә. Әгәр пенсионерҙың страховка стажы 30 йылдан артып китһә, ул ике йәшәү минимумы өҫтәлеүгә өмөт итә аласаҡ.
Инициатива авторҙары фекеренсә, илдең социаль һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән граждандар үҙҙәренә лайыҡлы йәшәүҙе тәьмин итә белергә тейеш. Өҫтәмә финанс тәьмин итеүе – шуның бер варианты.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы бойороғо кәрәк, унда депутаттар тәҡдимен ғәмәлгә ашырыу ҡағиҙәләре, ҡартлыҡ буйынса пенсияғә социаль өҫтәмә күләмен яңынан ҡарау һәм индексациялау тәртибе яҙыласаҡ. Элегерәк хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылдан пенсионерҙарға түләүҙәр күләме индивидуаль коэффициентты иҫәпкә алып иҫәпләнәсәк. Ләкин был теләк буйынса.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, 2024 йылда социаль пенсияны 68 йәштән өлкәнерәк ир-аттар һәм 63 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар ала ала.
2024 йылда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 13 мең 290 һум тәшкил итә.
Башинформ.