Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Март 2024, 05:42

Ейәнсурала туристик объекттар арта

Эшҡыуар милли проект ярҙамында туристик бизнесын киңәйткән.

Ейәнсурала туристик объекттар артаЕйәнсурала туристик объекттар арта
Ейәнсурала туристик объекттар арта

Ейәнсура районында Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан “Аманат” ял базаһында ике яңы глэмпинг барлыҡҡа килде. Быға эшҡыуар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса ойошторолған гранттар конкурсында ҡатнашыуы арҡаһында өлгәште.

2023 йылдың йәйендә Ейәнсура районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар Нәжип Юлдашбаев туризм өлкәһендә “Аманат” ял базаһын киңәйтеү буйынса үҙ проектын тәҡдим итте.

Район хакимиәтендә был проекттың муниципалитет өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләнеләр. Уға “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә капиталь булмаған модулле урынлаштырыу сараларын булдырыуға субсидия алыу өсөн конкурста ҡатнашыу өсөн заявка әҙерләргә тәҡдим ителде. “Аманат” конкурс йомғаҡтары буйынса туристик базаны үҫтереүгә грант отто.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, турбаза биләмәһендә “Аманат” кафе-ҡунаҡханаһы, чан менән мунса комплексы, туристик капиталь төҙөлөш йорто һәм автомобилдәрҙе ремонтлау өсөн техник хеҙмәтләндереү станцияһы урынлашҡан.

“Милли проект нигеҙендә уҙғарылған конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булыуыма бик шатмын һәм рәхмәтлемен. Өҫтәмә ярҙам һөҙөмтәһендә база киңәйҙе һәм үҙгәрҙе, туристар ағымы артты” – тине база директоры Нәжип Юлдашбаев.

Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" ("национыльный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарыы менән булдырылды.

Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.

bashgazet.ru

Ейәнсурала туристик объекттар арта
Ейәнсурала туристик объекттар арта
Автор:
Читайте нас