Ҡалҡан биҙе функцияларының етешһеҙлеге һәм уның гормондарының артыҡ булыуы организмдың торошона зыян килтерә. Ҡалҡан биҙе һаулығын һаҡлау өсөн туҡланыу бик мөһим роль уйнай.
⠀
1. Алмалар. Улар организмдың бөтә системаларына тик файҙалы йоғонто яһай, ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы үлтерә. Ҡалҡан биҙе өсөн яман шешеу күҙәнәктәренән һаҡлау ролен уйнай.
⠀
2. Морепродукты. Составында В12 витамины һәм цинк бар, ул организмыбыҙ иммунитетын стимуллаштыра.
⠀
3. Диңгеҙ кәбеҫтәһе. Йод һәм тағыла 40 витаминдар үҙендә тота. Ҡалҡан биҙе ауырыуҙарынан һаҡлаған элементтар бар.
⠀
4. Һуған. Ҡалҡан биҙе, бауыр һәм йөрәк өсөн файҙалы.
⠀
5. Ҡарағат. Ҡалҡан биҙе эшендә гормональ өҙөклөктәрҙе бөтөрөргә ярҙам итә.
⠀
6. Ҡыҙыл балыҡ. Ҡалҡан биҙенең яраҡлашып эшләүе өсөн кәрәкле омега-3 файҙалы май кислоталарының бай сығанағы.
⠀
7. Бал менән сәтләүек. Ступкала 3-4 грек сәтләүеге ядроһын айырып алығыҙ, 1 аш ҡалаҡ бал менән болғағыҙ. Бындай «дарыуҙы» көн һайын 1-2 аҙна дауамында иртәнсаҡ ашар алдынан ҡулланырға.
https://vk.com/huzabika