Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Март 2024, 04:44

8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Барлык гүзәл заттарҙы яҙҙың иң матур, күркәм байрамы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ!

8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Байрамда беҙ ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйҙәребеҙ, ҡәҙерле өләсәйҙәребеҙ, һөйкөмлө апай-һеңләләребеҙ, ихтирамға лайыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе  иң йылы һүҙҙәр менән ҡотлап, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, һөнәри эшмәкәрлегендә лә оло уңыштарға лайыҡ була. Юғары эш сифаттарығыҙ, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтегеҙ районыбыҙҙың социаль-иҡтисади, әхлаҡи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ! 

 

 

 

8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Автор:
Читайте нас