Сүп-сар сығарыусыларҙың эше күренмәй тиерлек. Әммә эш кейемендәге сүп-сар ташыусы машина водителенең ярҙамсыһы булған был матур һәм нәфис гүзәл затты күрмәй ҡалыу мөмкин түгел. Егерме йәшлек ҡыҙ өс йыл инде сүп ташыусы машинаның операторы булып тора.
- Әлеге мәлдә Бишбүләк ауылының Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжы филиалында белем алам. Дөрөҫөн әйткәндә, уҡып та, эшләп тә йөрөйөм, быйыл ашнаҡсы дипломы аласаҡмын. Был эшкә уйламаған ерҙән килеп эләктем. Тәүге осорҙа сүп ташыусы таныш шоферға былай ғына ултырып йөрөнөм һәм уның өйрәтеүен үтендем. Хәҙер барыһына ла төшөнлдөм инде, - тип йылмая, Рузанна.
Тирә-йүндең таҙалығын хәстәрләгән ҡыҙ әйтеүенсә, ул күңеленә ятҡан эш тапҡан. Уға бында бөтәһе лә оҡшай.
- Минең эш көнөм иртәнге сәғәт 7-лә башлана һәм ҡараңғы төшкәнсе дауам итә, ҡыҫҡаһы, күпме ҡый йыйылыуына бәйле. Сүп-сарҙы Бәләбәйгә илтәбеҙ. Беҙҙең ойошма ике маршрут буйынса эшләй: Бер машина - ауылдарҙа, икенсеһе – Бишбүләктә йөрөй. Коллектив татыу, һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, - тип, үҙенең эше тураһында һөйләй ул.
Ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, тырыш ҡыҙ үҙенең районының таҙа һәм тәртиптә булыуын теләй. Рузанна әйтеүенсә, ул бала саҡтан уҡ тирә яҡ мөхитте һаҡлау тураһында ҡайғырта.
- Колледжды тамамлағандан һуң, Өфөләге Башҡортостан аграр университетының “Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу” бүлегендә уҡыуымды дауам итергә һәм эколог булырға теләйем. Тиҙҙән ҡар иреп бөтөр һәм мин тирә-яҡты йыйыштырыу буйынса өмәләр ойошторасаҡмын. Бының өсөн социаль селтәрҙә төркөм булдырҙым һәм унда тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған кешеләрҙе йыям. Мине ҡеүәтләгән район халҡына һәм эшкә өйрәткән Евгений Сергеевич һәм Сергей Ильич Лиходедовтарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ хеҙмәттәштәрем Андрей Петрович Гераимов һәм Артем Евгеньевич Еремеев миңә һәр саҡ терәк. Мин районда тәртип һәм таҙалыҡ булыуын теләйем, сөнки таҙалыҡ – кешенең генә түгел, ә тирә-яҡ мөхиттең дә сәләмәтлеге ул.
Наилә СӘБӘХОВА,
Фото шәхси архивтан.