Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
12 Март 2024, 05:11

Рәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡ

Был яңылыҡ кемдәргә ҡағыла?

Рәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡРәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡ
Рәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡ

Илдең Хеҙмәт министрлығы пенсия йәшенә етеп килгән эшһеҙ кешеләргә ваҡытынан алда пенсия билдәләү тәртибен раҫлаған. Ҡарар 11 марттан үҙ көсөнә инә. Ғәмәлдәге закон нигеҙендә ҡайһы бер осраҡтарҙа эшһеҙ кешеләр ике йылға алданыраҡ пенсияға сыға ала. Был бер нисә осраҡта мөмкин. Әйтәйек, әгәр мәшғүллек үҙәге кешене эшкә урынлаштыра алмай икән, ул хаҡлы ялға иртәрәк сыға ала. Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн страховка стажы булған (ир-аттарҙыҡы – 25 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 20 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. – ред.) кеше лә был мөмкинлектән файҙалана ала. Кәрәкле пенсия балдарын туплаған кешене лә хаҡлы ялға ике йылға алданыраҡ сығарырға мөмкиндәр. Бының өсөн барлығы 28,2 балл йыйылған булыуы шарт. Ойошма ябылыу, хеҙмәткәрҙәр һанын «ҡыҫҡартыу» арҡаһында эшһеҙ ҡалған кеше лә пенсияға иртәрәк сығыуға өмет итә ала. Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға алыусылар сафы бының менән генә сикләнмәй, билдәле. Сәламәтлек өсөн зарарлы шарттарҙа, ойошмаларҙа эшләүселәр, күп балалы әсәйҙәр ҙә пенсияға иртәрәк сыға ала. Был мөмкинлек социаль ярҙам сараһы булараҡ та билдәләнергә мөмкин. Ул осраҡта тыумыштан инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәнең береһе, инвалид бала опекуны ла хаҡлы ялға иртәрәк сыға ала.

“Кешегә ваҡытынан алда пенсия билдәләү өсөн мәшғүллек үҙәге иң элек Социаль фондтан кешенең стажы, йыйылған балдары тураһында тулы мәғлүмәт һоратырға тейеш. Был документты кеше үҙе лә алып тапшыра ала. Кәрәкле мәғлүмәтте йыйғандан һуң Социаль фонд аны биш көн эсендә мәшғүллек үҙәгенә ебәрә. Хаҡлы ялға оҙатылыусы, үҙ сиратында, ваҡытынан алда пенсия билдәләүҙәренә ризалығын белдереп ҡул ҡуйырға тейеш. Ризалыҡ алғандан һуң мәшғүллек үҙәге бер көн эсендә йәшәү урыны буйынса Социаль фонд идараһына кешене ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығарыу тураһында рәсми тәҡдим ебәрергә бурыслы. Аҙаҡҡы ҡарарҙы Социаль фонд ҡабул итә. Был биш көн эсендә эшләнергә тейеш,” – тиелә министрлыҡ хәбәрендә.

Фото: pro-investing.ru

https://baltachtan.ru

Рәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡ
Рәсәйҙә ҡайһы бер кешеләр пенсияға иртәрәк сыға аласаҡ
Автор:
Читайте нас