Районыбыҙҙа оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар күп. Йәйгеһен улар мул итеп йәшелсә-емеш, ихата тултырып, күҙ яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр үҫтерһә, ҡышын ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирәләр. Ҡасҡын ауылында йәшәүсе Әлмирә Хәбирова ла шундайҙарҙың береһе.
- Үҙ ҡулдарың менән эшләгән әйберҙәр ҡәҙерлерәк тойола. Бәләкәйҙән үк бәйләргә яраттым, күршеләге Лилиә апай төрлө әйберҙәр бәйләүенә һоҡланып ҡарап, унан барыһын да өйрәнеп ҡалырға теләнем. Мәктәптә 1-се класта уҡығанда үҙемә ойоҡбаш бәйләп кейҙем. Тәүҙә ана шулай ябайыраҡ нимәләр бәйләһәм, оҫтарып алғас, башлыҡ-кофталар бәйләй башланым, - ти, Бүздәк еренән килен булып төшкән Әлмирә.
Хәбировтар тәүге йылдарҙа ҡайны-ҡәйнә менән бер йортта йәшәйҙәр. Ғаиләне тулыландырып, бер-бер артлы сабыйҙары тыуа. Район үҙәге балалар өсөн уңайлыраҡ булыр тип, алты йыл Бишбүләктә йәшәйҙәр. Бер нисә йыл элек иһә яңы йорт һалып, Ҡасҡынға ҡайтып төпләнәләр.
- Үкенескә күрә, тәүге балабыҙ инвалид булды, уны ҡарап ултырған ваҡытта, ҡул эштәре менән ныҡлап мауыға башланым, ни тиһәң дә, 90-cы йылдарҙа әйбер бик юҡ ине, дефицит заманы килде. Магазин кәштәләре буш, күп нәмә – талон менән. Шул ваҡытта тегә, бәйләй белеүем ҡотҡарҙы ла инде. Балаларға костюмдар, шарф-башлыҡтар бәйләп кейҙерҙем, тора-бара ҡатмарлыраҡ әйберҙәргә тотондом. Хәҙер интернеттан ҡарап төрлө-төрлө тапочкалар, матур биҙәкле шәлдәр, хатта бер нисә плед та бәйләнем, - ти, ҡул эштәренә маһир ханым.
Эйе, интернет заманы, нимә теләйһең, өйрән дә эшлә инде. Бөгөнгө көндә ҡул эше менән булышыу өсөн интернет киңлектәрендә үҙеңә кәрәкле өлгөләр табырға була. Йылы, йомшаҡ свитер, ойоҡбаштар үҙенең матурлығы, уңайлылығы менән кешегә ләззәт биреп ҡыуандыра, сөнки бәйләү кеше өсөн ял итеүҙең бик файҙалы бер ысулы ла. Хужабикә ырғаҡтар менән дә оҫта файҙалана. Уның эштәре араһында төҫлө ептәрҙән ырғаҡ менән бәйләнгән уйынсыҡтар ҙа етерлек.
- Барыһынан да бигерәк, миңә энәләр менән бәйләү оҡшай, бер кистә бер пар тапочка бәйләй алам, шәлдәрҙең биҙәктәрен алыштырып бәйләйем, башҡа эштәремде лә һорап алыусылар күп. Ҡул эше тынысландыра һәм ниндәй генә ҡул эшенә тотонһаң да күңел йылыһын биреп башҡарған эш ҡәнәғәтлек бирә, - ти, ул үҙенең мауығыуы хаҡында.
Хәбировтарҙың өйҙәренең ҡайһы мөйөшөнә ҡараһаң да, хужабикәнең һоҡланғыс ҡул эштәренә юлығаһың. Матурлыҡ яратыусы Әлмирә үҙ фантазияһын да ҡушып, төрлө әйберҙәр яһай. Уның сәйләндән эшләнгән сәскәләре тере сәскәләрҙән һис тә айырылмай, төрлө төҫтәр менән балҡып, күҙҙең яуын алып тора. Ҡулдан яһалған вазала ырғаҡ менән бәйләнгән лилиә сәскәләре күренә. Аллы-гөллө ептәрҙән генә түгел, башка төрлө материалдарҙан да сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра ул. Жгут материалын ҡулланып, декоратив әйберҙәр яһай, мәҫәлән, бесәй өйө эшләгән. Таш та сәскә ата оҫта ҡулдарҙа тигәндәй, балауыҙҙан да сәскәләр “ҡойған”.
Ҡул эштәре, ғөмүмән, зауыҡлы ижад һанала. Әлмирә Фәнил ҡыҙы туҡтауһыҙ ижад итә: өй түрендә ротангтан үрелгән кәрзиндәр, төрлө ҙурлыҡтағы кашполар тора, ҡул көсө талап иткән эштәрҙә ире Ирек ярҙам итә, ул биҙрәләрҙе тишеп бирә. Белеүебеҙсә, ҡул эштәре сабырлыҡ һәм түҙемлек тә талап итә. Башлаған эшен аҙағына еткереп сығыу, уның һөҙөмтәһен күреү – Әлмирә өсөн яҙылмаған ҡанундарҙың береһе. Үҙен һәр яҡлап һынап ҡараған ҡул эше оҫтаһы 23 февралдә ир-егеттәр өсөн букет әҙерләһә, ҡатын-ҡыҙҙар байрамына сәскәләрҙән гөлләмәләр яһай. Уның эштәрен күреп ҡыҙыҡһынғандар, заказ биргәндәр ҙә бар. Күңел йылыһын, күҙ нурҙарын түгеп яһған әйберҙәрен тейер хаҡҡа ғына биреп өйрәнгән оҫта.
Изге күңелле ханым илдә барған хәлдәргә лә битараф ҡала алмай. Махсус мобилизацияла йөрөгән яҡташтарыбыҙға хәленән килгәнсә ярҙам иткән Әлмирә Хәбирова район хәкимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Өс-дүрт ай эсендә һигеҙ посылка әҙерләп ебәргән ул.
- Ҡышҡыһын махсус хәрби операцияла йөрөгәндәр өсөн ете пар ике бармаҡлы бирсәткә бәйләнем, ҡәйнәм Рәйлә менән егерме пар ойоҡбаш әҙерләп һалдыҡ. Бынан тыш, аяҡ-ҡулы яралланған һалдаттарға чехол-ойоҡбаштар, шуларға өҫтәп, тағы ун дүрт банка быҡтырылған ит, туҡмас-ярмалар ҙа һалдым. Ҡыҙым менән икәүләшеп мәҙәниәт йортона маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөйбөҙ. Яугирҙәр өсөн 50-ләп окоп шәме әҙерләнем, балауыҙҙы интернет аша яҙҙырып алам, тик уның хаҡын арттырғандан арттыралар. Госпиталдәгеләргә кәрәк булғас, тегергә лә өйрәндем: 14 ирҙәр трусигы, 16 косынка һалдым. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Әлеге мәлдә һатып алған материалдарҙан яугирҙәргә эске кейем тегәм һәм тағы блиндаж шәмдәре әҙерләйем, тиҙҙән уларҙы хужалары алып шатланыр, - ти, сауаплы ғәмәлдәр башҡарыусы Әлмирә Фәнил ҡыҙы.
Мәҡәлә геройыбыҙ тормош иптәше Ирек Шәңгәрәй улы менән матур, күркәм йортта һәүетемсә донъя көтәләр. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Хужабикәгә өйҙә лә эш етерлек - өйҙө таҙа тоторға, тәмле аштар бешерергә, яҡындарын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалырға. Хәбировтарҙың улдары Ирбулат менән ҡыҙҙары Эльвина инде үҙ аллы тормош менән йәшәйҙәр. Күңелдәренә яҡын һөнәрҙәрен табып, эшләп йөрөйҙәр. Оло йөрәкле һәм тынғыһыҙ Хәбировтар балалар йортонан ике бала алып, үҙҙәренең ҡанаты аҫтына һыйындырған. Әлегә бер туған Рәмилә менән Рәфис район үҙәгендә ашнаҡсыға уҡып йөрөй. Етеҙ ҡыҙ өй тирәһендә әсәһенең һәр эшендә уң ҡулы, ярҙамсыһы. Улар йыш ҡына яҡындарын тәмле йылы аштары менән һыйлай.
Эйе, кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә эштең һөҙөмтәһе яңы үрҙәр яуларға илһам бирә. Әлмирә ханым киләсәктә лә яңынан-яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөр әле.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.