РӘХМӘТ-2024 — Рәсәйҙә уҙғырыла торған Ғаилә йылы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған барлыҡ ғаилә өсөн акция. Унда ҡатнашыу бик еңел: 2024 йылдың 15-17 мартында Башҡортостан Республикаһы Һайлау участоктарында бар ғаиләгеҙ менән Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашығыҙ һәм РӘХМӘТ – 2024 ирекмәндәренән QR-кодлы билеттар алығыҙ (8 символдан торған уникаль код), РАХМАТ102.рф сайтында теркәгеҙ һәм уйнатыу һөҙөмтәләрен көтөгөҙ. Приздар уйнатыуҙа еңеүселәр (смартфондар, ноутбуктар, электр самокаттары, сәйәхәттәр, шулай уҡ күп кенә башка д) тауыш биреүҙең һәр көнөндә икешәр тапҡыр билдәләнәсәәк (2024 йылдың 15, 16, 17 марты). Өфөлә фатир, автомобиль (суперприздар) уйнатыуҙа еңеүселәр 2024 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса билдәләнәсәк. Суперприздар уйнатыуҙа акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡатнаша, шул иҫәптән приздар уйнатыуҙа еңеүселәр ҙә. Бер мобиль телефон номерына һәр розыгрышҡа биш QR-билет теркәлергә мөмкин. Һәр уйнатыуҙа еңеүселәр осраҡлы рәүештә рандом алгоритмы (автомат осраҡлы һандар генерацияһы программаһы) ярҙамында акцияла ҡатнашыусының билет номерын теркәгән һәм сайтта кәрәкле мәғлүмәтте тултырған ҡатнашыусылар араһынан һайланасаҡ.
Акцияла ҡатнашыусылар араһында суперприздар уйнатыуҙа еңеүселәрне билдәләү 2024 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмай уҙасаҡ. Акцияла ҡатнашыусылар — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан, QR-билеттар алған һәм уларҙы сайтта теркәгән Рәсәй Федерацияһы граждандары: рахмат102.РФ. ҡатнашыусыға талаптар: ● мобиль телефон номеры булыуы; ● QR-билет булыуы. Рахмат2024 акцияһында ҡатнашыусылар араһында еңеүселәрҙе билдәләү барышында асыҡланасаҡ.
Акцияның маҡсаты һәм бурыстарына килгәндә, ул ғаиләнең бергә ваҡыт үткәреүенә ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала.
Акцияның бурыстары: ● ғаилә эсендәге һәм быуындар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу; ● ғаилә традицияләрын уртаҡ эшсәнлек аша формалаштырыу. Шулай уҡ Акция намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, яуаплылыҡ, иреклелек, асыҡлыҡ һәм законлылыҡ принциптарына нигеҙләнә.
baltachtan.ru